Годдард Роберт

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Роберт Хатчингс Годдард
ингл. Robert Hutchings Goddard
Dr. Robert H. Goddard - GPN-2002-000131.jpg
Исеме ингл. Robert Hutchings Goddard
Тыуған көнө 5 октябрь 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Вустер, Массачусетс, АҠШ
Вафат көнө 10 август 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (62 йәш)
Вафат урыны Балтимор, Мэриленд, АҠШ
Ил Америка Ҡушма Штаттары
Ғилми даирәһе Космонавтика
Альма-матер
Ғилми етәксеһе Arthur Gordon Webster[d][1]
Награда һәм премиялары
Автограф Изображение автографа
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ро́берт Ха́тчингс Го́ддард (ингл. Robert Hutchings Goddard, 5 октябрь 1882 йыл — 10 август 1945 йыл) — Америка ғалимы, хәҙерге заман ракета техникаһының пионерҙарының береһе, беренсе шыйыҡлыҡ ракета двигателе уйлап табыусы.

Бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1882 йылдың 5 октябрендә Массачусетс штатының Вустер ҡалаһында тыуған. Йәш сағында, 16 йәшендә, Уэллстың «Донъялар һуғышы» китабын уҡығандан һуң, Роберт йыһанды тикшереү менән ҡыҙыҡһына башлай. Сейә ағасына, кипкән ботаҡтарын ҡырҡыу өсөн менеп, ул, үҙе һуңыраҡ яҙыуынса: «Марсҡа оса алырлыҡ бындай ҡоролманы төҙөү ниндәй мөғжизәле булыр ине», — тип уйлай. Һуңынан ул был көндө һәр ваҡыт шәхси байрам булараҡ билдәләй.

Белем алыуы һәм эш башлауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1908 йылда Вустер политехник институтында бакалавр дәрәжәһен алғандан һуң, Кларк университетының физика факультетында уҡый, 1910 йылда магистр һәм 1911 йылда фән кандидаты (PhD) дәрәжәһен ала. 1914 йылдан ул, Смитсон йәмғиәтенең финанс ярҙамы алып, ракета двигателдәре эшләй башлай. 1919 йылдан алып Айға осоу мөмкинлеге тураһында бер нисә хеҙмәт яҙа.

1912 йылда Годдард Принстон университетында эшләгәндә радиотулҡындарҙың изоляторҙарға йоғонтоһон тикшерә[2]. Радиотулҡындар тыуҙырыу өсөн ул нуры тайпылған генератор лампаһының үҙ конструкцияһын төҙөй. Был уйлап табыуға 1915 йылдың 2 ноябрендә патент (U.S. Patent 1 159 209) бирелә.

1914 йылда ракета техникаһында ике мөһим патенты теркәлә. Беренсеһе, U.S. Patent 1 102 653, күп баҫҡыслы ракетаны, икенсеһе, U.S. Patent 1 103 503, бензин һәм шыйыҡ азот оксиды менән эшләгән ракетаны тасуирлай.

Годдард шыйыҡ яғыулыҡ менән эшләгән үҙенең тәүге ракетаһын 1926 йылдың 16 мартында Обернда осора. Годдардтың журналында был ваҡиға тураһында түбәндәгесә яҙылған: «Шыйыҡ яғыулыҡ ҡулланған ракетаны кисә Эффи инәйемдең фермаһында осорҙом». Кеше ҡулы ҙурлығында «Нелл» тип аталған ракета 2,5 секунд эсендә яҡынса 12 метр бейеклеккә күтәрелә. Был ваҡиға шыйыҡ ракета двигателдәренең мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн мөһим була. Годдард йыһанға сәйәхәт итеүҙән тыш башҡа эштәр менән дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, ул реактив граната атҡыс идеяһын тәҡдим итә, Американың тәүге «Базука» моделе уның эше нигеҙендә эшләнә.

Линдберг һәм Годдард[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Годдардтың ракеталар осороуы 1929 йылда матбуғат иғтибарынан ситтә ҡалмай. Шундай мәҡәләләрҙең береһен ул ваҡытта авиацияның һәм йыһанға осоуҙың алыҫ перспективалары менән ҡыҙыҡһына башлаған Чарльз Линдберг уҡый. Линдберг Массачусетс технология институты аша физик Уның намыҫлылығын тикшерә һәм шунан һуң ғына 1929 йылдың ноябрендә уға шылтырата. Тиҙҙән улар Годдардтың офисында осраша. Осоусының ихлас ҡыҙыҡһыныуы аҙ һүҙле Годдардты хайран ҡалдыра. Уның эштәрен асыҡтан-асыҡ тикшерәләр, һөҙөмтәлә физиктың ғүмеренең аҙағына тиклем дауам иткән берлек барлыҡа килә.

1929 йылдың аҙағына һәр яңы ракета осороу Годдардҡа иғтибарҙы көсәйтә. Уға үҙенең тикшеренеүҙәрен йәшерен алып барыу ауырлаша бара. Линдберг Годдардтың ижадына өҫтәмә финанс табыу мәсьәләһен күтәрә һәм уны хәл итеүгә уның абруйы ярҙам итә. Бөтә тырышлыҡтарға ҡарамаҫтан, 1929 йылдағы фонд баҙарындағы көрсөк арҡаһында сәнәғәтселәргә һәм шәхси инвесторҙарға мөрәжәғәттәр 1930 йылдың яҙына тиклем бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй.

Шуға ҡарамаҫтан, 1930 йылдың яҙында Линдберг теләгән маҡсатына ирешә, фекерҙәш — финансист һәм филантроп Дэниел Гуггенхаймды таба.

Гуггенхаймдарҙың бағыусылығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1930 йылдың яҙында сәнәғәт магнаты Дэниел Гуггенхайм киләһе дүрт йыл дауамында Годдардҡа 100 000 доллар күләмендә финанс бирергә ризалаша. Гуггенхайм ғаиләһе, бигерәк тә уның улы Гарри Фрэнк Гуггенхайм, артабанғы йылдарҙа Годдардтың эшен хуплай. Яңы эш урыны итеп Годдард Розуэллды (Нью-Мексико штаты) һайлай.

1930-сы йылдарҙа Нью-Мексикола[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Годдард шыйыҡ яғыулыҡ менән эшләүсе беренсе ракетаһын һынау алдынан (1926)

Яңы финанслау алғандан һуң, Годдард 1930 йылдың йәйендә Розуэллға (Нью-Мексико штаты) күсә. Ул үҙенә яраҡлы климаты булған урынды табыу өсөн метеоролог менән кәңәшләшә. Бынан тыш, урындағы халыҡ шәхси тормошто ихтирам итә, һәм ул Годдардтың ҡайҙа икәнлеге тураһында һорашҡан һәр сит кеше дөрөҫ булмаған йүнәлеш алыр, тип өмөтләнгән.

1931 йылдың сентябренә уның ракеталары шыма, йөҙгөслө ҡиәфәт ала. Годдард ракета менән идара итеү системаһында гироскоп ҡулланыу мөмкинлеген тикшерә башлай һәм 1932 йылдың апрелендә гироскопик идара итеү системаһын һынап ҡарай. Ошондай уҡ конструкцияны ун йылдан һуң немецтар Фау-2 ракетаһында ҡулланалар. Ракета оҙаҡ осмай, әммә һынау гироскопик узелдың принципиаль эшләүен күрһәтә, шуға күрә Годдард һынауҙы уңышлы, тип иҫәпләй.

Годдард, финанслау булмау сәбәпле, 1932 йылдың яҙынан 1934 йылдың көҙөнә тиклем Нью-Мексикола эшләмәй. Росвеллға ҡайтҡас, азот баҫымы аҫтында бензин һәм шыйыҡ кислород менән эшләүсе 4— 4,5 метр оҙонлоҡтағы «А» ракеталары серияһы өҫтөндә эшләй башлай. Гироскопик идара итеү системаһын ракетаның урта өлөшөндә, яғыулыҡ бактары араһында урынлаштыра. 1935 йылдың 8 мартында осоролған A-4 ракетаһында бик ябай, маятниклы идара итеү системаһы ҡулланыла, сөнки гироскопик системаны камиллаштырырға кәрәк була. A-4 1000 футҡа күтәрелә, һуңынан ел ыңғайына борола һәм, Годдард үҙе яҙғанса, «үкерә һәм прерия өҫтөнә тауыш тиҙлеге менән килеп төшә». Гироскопик идара итеү системаһы менән йыһазландырылған А-5 1935 йылдың 28 мартында 4800 футҡа тиклем күтәрелә, һуңынан горизонталь траекторияға борола, 13000 фут оса һәм максималь тиҙлеге сәғәтенә 550 миль була.

1936 йылдан 1939 йылға тиклем Годдард K һәм L сериялы ракеталар өҫтөндә эш башлай. Улар күпкә күләмлерәк була һәм күпкә ҙурыраҡ бейеклектәргә етеү өсөн эшләнгән. K сериялы двигателдең ҡеүәте 1936 йылдың февралендә 624 фунт тартыу көсөнә етә. Әммә был эште камерала яндырыу менән бәйле проблемалар туҡтата, уларҙы төҙәтә алмай. Шуға күрә Годдард, сопло һәм яндырыу камералары менән эксперименттар үткәреп, бәләкәйерәк өлгөләргә кире ҡайтырға мәжбүр була.

1936 йылдың ноябрендә ул бер нисә (дүрт) яныу камералы (донъяла тәүгә) L-7 ракетаһын осора. Ракета 200 фут бейеклеккә етә һәм бындай ҡарарҙарҙы ҡулланыу мөмкинлеген күрһәтә. 1937 йылдың 26 мартында ебәрелгән L-13 ракетаһы 2,7 километр бейеклеккә менә, был Годдардтың бөтә ракеталары өсөн дә бейеклек рекорды була[3].

Годдардтың артабанғы тәжрибәләре турбонасостар менән бәйле була. Ул ваҡытта бындай насостарҙың сәнәғәт өлгөләре булмай, шуға күрә уның командаһы 1938 йылдың сентябренән 1940 йылдың июненә тиклем турбиналар эшләү өсөн миниатюр турбонасостар һәм газ генераторҙарын эшләй һәм һынап ҡарай. Был эшләнмәләрҙең уңышы P сериялы ракеталар өҫтөндә эште дауам итергә мөмкинлек бирә. Уның турбонасостары ракетаның төп двигателе эшләгән яғыулыҡты ҡулланыла. Һыу насостары яғыулыҡтың баҫымын арттырырға мөмкинлек бирә, был иһә двигателдең ҡеүәтенә ыңғай йоғонто яһай. Ике осош та йөҙҙәрсә метр бейеклектә авария менән тамамлана, әммә турбонасостар яҡшы эшләй, һәм Годдард был эксперименттар менән ҡәнәғәт була.

1938 йылдан Америка хәрбиҙәре Годдард эксперименттары менән ҡыҙыҡһына башлай, ә япондарҙың Перл-Харборға һөжүменән һуң был ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта. 1942 йылдың башында АҠШ Хәрби-диңгеҙ флоты Годдардты Мэриленд штатының Аннаполистағы Эксперименталь инженер станцияһы эшенә йәлеп итә. Мэриленд климаты Годдардтың һаулығы өсөн зарарлы була, әммә һуғыш бара, һәм Годдард күсеп китергә ризалаша.

Аннаполиста[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Розуэллдә уҡ һәм Хәрби-диңгеҙ флоты менән контракты көсөнә ингәнгә тиклем, Годдард алмаш ток двигателе эшләй башлай. Уны ул ваҡытта популяр булған PBY гидросамолетында ярҙамсы тиҙләткес сифатында ҡулланырға мөмкин була. 1942 йылдың майына уның флоттың талаптарына яуап биргән һәм ҡыҫҡа осоу-ултырыу һыҙаты булған ауыр самолетты осороу мөмкинлеге биргән өлгөһө әҙер була. Февралдә ул пуля тишектәре булған PBY-ның бер өлөшөн ала, күрәһең, Перл-Харборға һөжүм ваҡытында тишкеләнә. Годдард Даниэль Гуггенхаймға: «Бер ниндәй уй ҙа миңә ҡотолғоһоҙ язаға өлөш индереүҙән дә ҙурыраҡ ҡәнәғәтлек килтермәй», — яҙа.

Августҡа уның двигателе 20 секунд эсендә 800 фунт тартыу көсө етештерә. Алты һынау циклынан һуң бөтә проблемалар хәл ителә һәм PBY гидросамолеты һауаға күтәрелә. Пилот ергә төшә һәм яңынан осорға әҙерләнә. Годдард реактив аппараттың торошон тикшерергә теләй, әммә PBY менән радиобәйләнеш эшләмәй. Етенсе ынтылышта двигатель янып китә. Осош туҡтатылырға тейеш булғанда, самолет 150 фут бейеклектә була. Годдард старт алдынан ғынаә хәүефһеҙлек системаһын урынлаштырғанға күрә, шартлау булмай һәм бер кем дә үлмәй. Һөҙөмтәлә хәрбиҙәр JATO сифатында хәүефһеҙерәк булған ҡаты яғыулыҡ двигателдәрен һайлай.

Годдард һәм Фау-2[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙегеҙҙең ракета төҙөүҙә беренсе булып ҡатнашыуығыҙ тураһында белмәйһегеҙме? Доктор Годдард беҙҙең барыбыҙҙан да алдараҡ булды.
Вернер фон Браун,
Икенсе донъя һуғышынан һуң уның эше тураһында һорауға яуап итеп[4]

1945 йылдың яҙында Годдард Мэриленд штатының Аннаполис ҡалаһындағы хәрби-диңгеҙ лабораторияһында (бында ул контракт буйынса эшләй) ҡулға төшөрөлгән немец V-2 баллистик ракетаһын күрә. Годдард, ентекле тикшереүҙән һуң, немецтарҙың уның эшен «урлағанын» аңлай. Конструкция деталдәре бер төрлө булмауына ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда, ул Годдардтың иң уңышлы ракеталарынан күпкә прогрессив була. Фау-2 база схемаһы, мөһим өлөштәре: турбосос агрегаты, гироскопик инерциаль навигация системаһы менән идара ителгән яныу камераһы стеналарын һәм газ рулдәрен ябыҡ һыуытыу — Годдард уйлап табыуҙарынан тора[5].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе осрашыуҙан һуң биш йыл үткәс, 1924 йылдың 21 июнендә Годдард Эстер Кристина Кискҡа өйләнә (1901 йылдың 31 марты — 1982 йылдың 4 июне)[6] Ҡатыны ракеталар төҙөү менән мауыға һәм уның ҡайһы бер эштәрен фотоға төшөрә, шулай уҡ эксперименттарҙа һәм эш башҡарыуҙа, шул иҫәптән бухгалтер иҫәбен алып барыуҙа ярҙам итә. Уларҙың балалары булмай. Уның вафатынан һуң, ҡатыны Годдардтың ҡағыҙҙарын өйрәнә һәм уның эшенә 131 өҫтәмә патент ала[7].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Американың иң ҙур ғилми ракета-космос ойошмаһы — Йыһан осоштары үҙәге Роберт Годдард хөрмәтенә атала. Шулай уҡ Айҙың кире яғындағы ҙур удар кратерына Годдард исеме бирелгән. Уның хөрмәтенә GNU/Linux Fedora операцион системаһы дистрибутивының ун өсөнсө версияһы «Goddard» кодлы исемен ала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
  2. Goddard, Robert H. «On ponderomotive force upon a dielectric which carries a displacement current in a magnetic field», Physical Review, Vol. 6(2), pp. 99-120 (August 1914).
  3. Lehman, Milton. This High Man: The Life of Robert H. Goddard (инг.). — New York: Farrar, Strauss, and Co, 1963..
  4. John Noble Wilford. A SALUTE TO LONG NEGLECTED 'FATHER OF AMERICAN ROCKETRY'  (инг.) (5 October 1982). 16 ғинуар 2019 тикшерелгән.
  5. Rockets Guns And Targets : Burchard John E. : Free Download, Borrow, and Streaming : Internet Archive
  6. Frequently Asked Questions About Dr. Robert H. Goddard (ингл.). Clark University. Дата обращения: 15 ғинуар 2011. Архивировано 3 ноябрь 2009 года.
  7. Goddard Memorial Association/Esther (ингл.). Дата обращения: 2020-30-31. Архивировано 8 апрель 2021 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп.. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
  • Ветров Г. С. С. П. Королёв и космонавтика. Первые шаги. М.: Наука, 1994. — ISBN 5-02-000214-3

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]