Голиванов Владимир Степанович

Голиванов Владимир Степанович (1939 йылдың 15 марты, Армавир, Краснодар крайы2010 йылдың 27 авгусы, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — заманса бишалыш буйынса совет, Рәсәй тренеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, заманса бишалыш буйынса спорт мастеры. Бөтә Союз категорияһындағы судья, Рәсәйҙең заманса бишалыш федерацияһы ағзаһы, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» (2004). «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» (2009).

Биография

Владимир Степанович Голиванов 1939 йылдың 15 мартында Краснодар крайының Армавир ҡалаһында тыуа.

1956 йылда, мәктәпте тамамлағандан һуң, комсомол саҡырыуы буйынса Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында шахтёр була. 1959—1961 йылдарҙа Баҡы ҡалаһында хәрби хеҙмәт үтә, төрлө спорт төрҙәрендә: ауыр атлетика, гимнастика, көрәш — сығыш яһай. Тап әрме хеҙмәтендә заманса бишалыш (рус.)баш. менән таныша. 1965 йылда «СССР-ҙың спорт мастеры» нормативын үтәй. 1966 йылда шәхси зачётта РСФСР Кубогы призёры була.

Юғары белемде Волгоград физик культура институтында ала (1967).

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ғаиләһе менән Өфөгә күсенә һәм Заманса бишалыш буйынса республика спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эшләй башлай. 1965 йылдан — Салауат Юлаев исемендәге клуб инструкторы. 1975 йылда белем усағының директоры итеп тәғәйенләнә. Был вазифала 1975—1984, 1998—2010 йылдарҙа эшләй.

Ошо осорҙа 2 атҡаҙанған спорт мастеры: Рөстәм Сабирхузин, Евдокия Гречишникова; халыҡ-ара класлы мастер Светлана Солтанова (СССР чемпионы, 1991), Евгений Зинковский (донъя чемпионы, 1983), И. Баянов (Европа кубогы еңеүсеһе, 1983), Игорь Андреев, Рөстәм Хәлилов һәм 80-дән ашыу СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең спорт мастеры әҙерләнә.

2010 йылдың 27 авгусында Өфөлә ҡапыл вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• СССР-ҙың спорт мастеры (1965);
• Бөтә Союз категорияһындағы судья (1980);
• РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1991);
• «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» (2004)[1];
• «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» (2009)[2];
• «Рәсәйҙә Олимпия хәрәкәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» почёт билдәһе (1999);
• «Физик культура һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» почёт билдәһе (1999);
• «РСФСР-ҙың спорт ветераны» билдәһе;
• БР Министрҙар Кабинетының Почёт грамотаһы;
• СССР һәм РСФСР спорткомитеттарының грамоталары.

Хәтер

• Голиванов иҫтәлегенә бишалыш буйынса Башҡортостан Республикаһының асыҡ чемпионаты[3]

Иҫкәрмәләр

  1. Указ от 30.07.2004 г № УП-426 О присвоении почетного звания «Заслуженный работник физической культуры Республики Башкортостан». Архив документов Республики Башкортостан (30 июль 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2025.
  2. Указ Президента Российской Федерации О награждении государственными наградами Российской Федерации. Награды России (24 август 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2025.
  3. Открытый чемпионат РБ по пятиборью памяти Голиванова назвал призеров. ИА "Башинформ" (29 ноябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә