Гөлфиә
Гөлфиә |
Гөлфиә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Татар ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гөлфиә исеме башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда килеп ингән, фарс. — гөлгә оҡшаш мәғәнәһен аңлата[1].
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (10 сентябрь 1948 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015) журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (2005) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (2000) лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2000).
Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы (16 октябрь 1953 йыл) — башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты. Бөтә донъя башҡорттары (III, IV) Ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары.
Исхакова Гөлфиә Заһит ҡыҙы (Вәлиева) (15 февраль 1957 йыл, ТАССР, Әлмәт районы, Кәләй) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, ансамбль етәксеһе, шағирә, Удмуртияла (Воткинск) йәшәп, татар телендә ижад итә. Татарстан (2007) һәм Удмурт Республикаһы (2007) яҙыусылар, РФ журналистар (2014) союзы ағзаһы. Сәжидә Сөләймәнова (2016), Риза Шәфи (2008) исемендәге премиялар лауреаты.
Динисламова Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы (1963) — Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡалаһы мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Башҡорт исемдәре /Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. — 224 бит.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: | |
Аҙаш исемдәр исемлеге. | |
Башҡа мәғәнәләр. | |
Шулай уҡ: «Гөлфиә» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |