Девятов Диләүер Хәсән улы
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 10 июнь 1944 |
Эш урыны | |
Вафат булған көнө | 12 июнь 2013 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Тыуған урыны |
Девятов Диләүер Хәсән улы (10 июнь 1944 йыл — 12 июнь 2013 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-металлургы, техник фәндәр докторы, профессор.
Ҡара металлургия технологияһы процестарын оптималләштереү һәм математик моделләштереү йүнәлешенә ҡараған белгестәрҙең береһе. 200-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы[1], шул иҫәптән туғыҙ монография яҙған, шулай уҡ байтаҡ уйлап сығарыуҙарҙың да авторы[2].
Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1944 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуған.
Урта мәктәпте алтын миҙал 1961 йылда Баймаҡ ҡалаһында тамамлай[3]. 1967 йылда отличие менән шулай уҡ Магнитогорск тау-металлургия институтын (МГМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «металлургия производствоһын механизациялау һәм автоматлаштырыу» һөнәре буйынса белем алып сыға. Ошо уҡ юғары уҡыу йортонда кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй, артабан өлкән уҡытыусы, институттың иҫәпләү техникаһы лабораторияһы етәксеһе (1973—1977 йылдарҙа) була. 1970 йылда «Оптимизация нагрева слитков в рекуперативных нагревательных колодцах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1992 йылда Урал политехник институтында (хәҙерге Урал дәүләт техник университеты) «Оптимальное управление процессами тепловой обработки металла при наличии фазовых превращений» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Девятовҡа 1993 йылда профессор тигән ғилми исем бирелә. Уның ғалим булараҡ формалашыуында техник фәндәр докторҙары, профессорҙар Н. И. Иванов һәм В М. Рябков ҙур роль уйнай. Ул үҙебер бер нисә техник фәндәр кандидатын тәрбиәләп үҫтергән.
1984—1996 йылдарҙа Девятов Диләүер Хәсән улы иҫәпләү техникаһы һәм ғәмәли математика кафедраһының мөдире. 1996 йылдан — гуманитар факультет деканы, 1999 йылдан электротехник комплекстар һәм АСУ факультеты деканы. 2002—2007 йылдарҙа Магнитогорск дәүләт техник университетының автоматика һәм иҫәпләп сығарыусы техника факультеты деканы булып эшләй.
Ғилми-уҡытыу эшмәкәрлеген алып барыу менән бер рәттән йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнә: 1990—1993 йылдарҙа Магнитогорск ҡала советы депутаты була. Уның етәкселеге аҫтында Магнитогорск мәғлүмәт селтәре булдырыу системаһы эшләнә; ул Геоинформацион технологиялар һәм ҡала системаһы үҙәген ойоштороусыларҙың береһе була.
Магнитогорскиҙа 2013 йылдың 12 июнендә вафат була[4][5].
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Девятов Д,Х. «Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреү почетлы хеҙмәткәре» (2005) һәм «Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» (2012, Силәбе өлкәһе губернаторы Михаил Юревич уға награданы үҙе тапшыра[6]).
- Ағза-корреспонденты А. М. Прохоров исемендәге Инженер фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, Халыҡ-ара яңы асыштар һәм уйлап табыуҙар академияһының мөхбир ағзаһы, шулай уҡ АҠШ-тың Милли география йәмғиәте ағзаһы.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Татарский энциклопедический словарь» Казань, Институт Татарской энциклопедии Академии наук РТ, 1999.
- «Татарская энциклопедия» Казань, Институт Татарской энциклопедии Академии наук РТ, 2002.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- 10 июндә тыуғандар
- 1944 йылда тыуғандар
- 12 июндә вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Магнитогорскиҙа вафат булғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Техник фәндәр докторҙары
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр