Дыуанкүл (ауыл)

Дыуанкүл (рус. Дуванкуль) — Силәбе өлкәһенең Уйылға районы составына ингән ауыл. Рождественское ауыл биләмәһенә инә.

Этимологияһы

Ауылда әлеге көндә күпселек урыҫтар йәшәһә лә, атама эргәләге башҡортса дыуан һәм күл һүҙҙәренән яһалған Дыуанкүл гидронимынан алынған. Билдәле булыуынса, дыуан - башҡорт ҡәбиләләренең береһе[3].

Климаты

Климаты уртаса континенталь. Бында һауа торошо бик үҙгәреүсән, сөнки Урал тауҙары Рәсәйҙең Европа өлешөнән килгән һауа массаларын индермәй, шуға күрәбында һалҡын Арктика һауаһы ла, эҫе Урта Азия һауа массалары ла еңел үтә. Һөҙөмтәлә, һава шарттары ҡапыл үҙгәреп тороусан.

Халҡы

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
1795187318891926197019952010
142509639993411485501

Халыҡ һаны динамикаһы:

Дөйөм демографик күрһәткестәр[4]
Дөйөм халыҡ һаны 2010 йылға енес составы
2002 2010 ир-ат ҡатын-кыҙ
480 501 235 266

2002 йылғы йәниҫәп буйынса күпселек халҡы: урыҫтар (92%).[5]

Географияһы

Уйылға районының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Өлкә үҙәге Силәбегә тиклем алыҫлығы 99 км, район үҙәге Уйылғаға тиклем 28 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Рождественка) 16 км[6]

Рельеф

Ярымтигеҙлек майҙандар (Урал аръяғы пенеплены). Ауылдың төньяҡ өлөшөндә шул уҡ исемдәге күл - Дыуанкүл урынлашҡан, көньяҡ-көнбайыш яғында- урмандар, көнсығыш өлөшөндә - урманлы дала. Иң яҡын ҡалҡыулыҡтар диңгеҙ кимәленән 223 һәм 226 метр бейеклектә.

Тарихы

18-се быуаттың икенсе яртыһында өлкәнең Кичигин ҡәлғәһенән күсенгән казактар нигеҙ һалған. 1840 йылдан һуң Дыуанкүл Ырымбур казак ғәскәренең Түбәнге Уйылға станицаһына беркетелгән. 1889 йылд ауылда таш сиркәү була, ХХ быуат башында 3 мәктәп асыла һәм тирмән эшләй. 1929 йылда Буденный С.М. исемендәге колхоз ойошторола. Колхоз 4896 гектар ер эшкәртә, 1960-сы йылдарҙа 5-се бүлексәһе булараҡ Рождественский совхоз составына инә.

Инфраструктураһы

Дыуанкүлдән күрше ауылдарға шоссе, грунт юлдар һалынған. Ауылда 7 урам., мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто һәм китапхана бар.

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  3. Дуванкуль // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 122. — ISBN 5-86066-017-0
  4. Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2019 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған..
  5. 2002 йылгы йәниҫәп алыу базаһы. 2018 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.
  6. Энциклопедия челябинской области 2019 йылдың 22 март көнөндә архивланған.

Һылтанмалар