Дәүләтбаев Һиҙиәт Сибәғәт улы

Дәүләтбаев Һиҙиәт Сибәғәт улы (рус. Давлетбаев Хидият Сибагатович) (1 ғинуар 1921 йыл — 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[2].

Биографияһы

Һиҙиәт Сибәғәт улы Дәүләтбаев 1921 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостандың Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт ауылында тыуған. Һуғыш башланғас, 1941 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт юлын үтә, зенит пулеметсыһы була. Һуғыштан тыуған яҡтарына 1948 йылда ҡайта[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • Юбилей миҙалдары

Сығанаҡтар

  • ЦАМО шкаф 13, ящик 21

Һылтанмалар