Евстигнеев Александр Семёнович

Александр Семёнович Евстигнеев (рус. Евстигнеев Александр Семёнович; 1894 йылдың 9 сентябре, Оло Аксаков, Подлесный ауыл советы1945 йылдың 20 ғинуары, Польша) — Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир-уҡсы. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Биографияһы

Евстигнеев Александр Семёнович 1894 йылдың 9 сентябрендә (иҫке стиль буйынса 27 август) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Пёстровка (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Оло Аксаков) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Башланғыс белем алған.

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 йылда Петроградта Путилов заводында эшләй. 1918 йылдың аҙағында Һамар торба хәрби заводына күсә[2]. Һуңынан Стәрлетамаҡ районына ҡайта, Ҡыҙыл Армияға саҡырылғанға тиклем колхозда эшләй.

1942 йылдың ғинуарында Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариаты аша үҙ ирке менән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына китә. 1942 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышында.

1945 йылдың 20 ғинуарында һәләк була. Борск Фоленски ауылында, хәҙерге Краков ҡалаһының (Польша) Лагевники — Борек-Фаленцкий районында 9-сы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. 1945 йылдың 10 апрелендә үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Ленин ордены, Алтын Йондоҙ миҙалы менән бүләкләнә.

Батырлығы

«1085-се уҡсылар полкы уҡсыһы (322-се уҡсылар дивизияһы, 60-сы армия, 1-се Украина фронты) рядовой А. С. Евстигнеев 1945 йылдың 20 ғинуарында Свошовице ҡалаһы (Краков ҡалаһы эсендә, Польша) районында дошман һөжүмен кире ҡаҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Дошман бронетранспортеры өҫтөнә ырғып менеп, уның экипажын граната менән юҡ итә. Дошман яңынан ҡаршы һөжүм иткән ваҡытта, А. С. Евстигнеев, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, гранаталар бәйләме менән дошман танкыһы аҫтына ташлана, уны шартлата һәм үҙе лә һәләк була. Гитлерсыларҙың танкылары һәм бронетранспортерҙары беҙҙең пехотаға үтеп инә алмай, дошмандың ҡаршы һөжүме килеп сыҡмай».

Хәтер

  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Александр Семёнович Евстигнеев исеме Стәрлетамаҡ районының Ишбарҫ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[3][4];
  • Стәрлетамаҡ районының Оло Аксаков ауылында 1962 йылдың майында А. С. Евстигнеевҡа һәйкәл ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

  1. Герой Советского Союза Евстигнеев Александр Семёнович :: Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2013. Архивировано 22 март 2013 года.
  2. Люди легенд, 1980, с. 10
  3. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2025. (рус.)
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2025. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Люди легенд: документальные очерки / сост. М. Г. Свиридов. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — 311 с.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1968, кн.3. / стр.82—86.
  • Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987.