Ергәнтау (тау саңғыһы үҙәге)
«Ергәнтау» тау саңғыһы үҙәге (икенсе атамаһы «Спутник» тау саңғыһы үҙәге; рус. Горнолыжный центр «Зиргантау»; горнолыжный центр «Спутник») — Башҡортостан Республикаһының көньяҡ өлөшөндә Ишембай һәм Мәләүез райондары биләмәләрендә ятҡан Ергәнтау итәгендәге ял итеү урыны[1]. Салауат ҡалаһынан 18 километр алыҫлыҡта, Өфөнән — 175 километрҙа һәм Ырымбурҙан — 220 километр йыраҡлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң ярында, Мәләүез районының Һабаш ауылы янында урынлашҡан була[2][3].
Тарихы
2002 йылдың февралендә тау күтәргесе менән йыһазландырылған тау саңғыһы трассаһы асыла[4]. Трассаның беренсе сираты оҙонлоғо — 1800 метр, бейеклек кимәленең айырмаһы — 200 метр була. Төнгө ваҡытта трасса яҡтыртыла.
Ҡайһы бер мәғлмәттәр буйынса, 2010 йылда тау саңғыһы үҙәге эшләүҙән туҡтай һәм ябыла, унда булған барлыҡ ҡорамалдар һүтеп алына[2][3].
Эшләү ваҡыты
Миҙгел
«Ергәнтау» тау саңғыһы үҙәгендә миҙгел декабрҙә асыла һәм мартта тамамлана. Яһалма ҡар яһаусы техника юҡлыҡтан, бында һәр ваҡыт тәбиғи ҡар ята, ул бары ҡар тигеҙләүсе һәм батырыусы ратрак менән әҙерәк тапалған була[5].
Тәбиғәт шарттары менән бәйле шыуыу миҙгеле бик ҡыҫҡа — ул тотороҡло ҡар ҡатламы ятыу менән генә башлана (был декабрҙән алда бик һирәк була) һәм март айында тамамлана, сөнки ҡар яҙға ҡаршы тора алмай[5]. Ғинуар айында тәбиғи ҡар ҡатламының ҡалынлығы 1 метрға тиклем етә[6].
«Ергәнтау» тирәһендә ҡышҡы айҙарҙың уртаса температураһы кеше өсөн бик яйлы, уртаса минус 10-14-17 °C тәшкил итә[5][6].
Үҙәккә характеристика
• Трассаның юғары нөктәһе диңгеҙ кимәленән 487,8 метр бейеклектә[1].
• Трассаның дөйөм оҙонлоғо — 4 километр[3].
• Трассаларҙың һаны һәм ҡатмарлылығы: дөйөм һаны — 3, уларҙан: йәшел — 2; күк — 1[1].
• Трассалар оҙонлоғо 700 метр, 1200 метр һәм 1850 метр. Бейеклек кимәленең айырмаһы 230 метрға тиклем[5].
• Трассалар махсус һаҡланыу селтәре менән уратылған була, был шыуыусыларҙың ситкә сығып китеүенә ҡаршылыҡ тыуҙыра[1].
• 1-се трасса бик еңел, тау саңғыһында шыуырға өйрәнеүселәргә тәғәйенләнә. Тау саңғыһында үҙҙәрен ышаныслы тоймағандарға тәжрибәле инструкторҙарҙың шыуыу нигеҙҙәрен үҙләштерергә түләүле ярҙамы була[3].
• Текә тау битләүҙәре булған 2-се һәм 3-сө трассалар ҡатмарлы һанала — улар шыуыу тәжрибәһе етерлек булған саңғысыларға иҫәпләнгән. 2-се трасса иң шыумаҡлыһы тип һанала — уның текә битләүе бөтә трасса буйлап һуҙыла[1].
• Күтәргестәр һаны һәм төрө: бер күтәргес була, уның бер урынлыһы — 1[3].
• Күтәргестең дөйөм үткәреү ҡеүәте сәғәтенә 880 кеше[6].
• Прокат: тау-саңғыһы (120 пар), уға кәрәк-яраҡтары һәм башҡа ҡорамалдар; сноубордтар (20 комплект), тауҙа шыуыу өсөн тюбингтар.
• Өҫтәмә уңайлыҡтар: автомобилдәр өсөн туҡталҡа, буфет[3].
• Йәшәү өсөн бүлмә алырға мөмкин. Уларҙың тейешле уңайлыҡтар бар, 2, 4 һәм 6 кешегә иҫәпләнгән[5]. Яҡшыраҡ шарттарҙа йәшәргә теләүселәргә тау саңғыһы үҙәгенән өс километр алыҫлыҡта «Ағиҙел» ял базаһы[6], шулай уҡ 15 минутлыҡ юл арауығында «Желанный» ҡунаҡханаһы тәҡдим ителә[1].
«Ергән» атамаһының сығышына фараз
Монгол хандары менән һуғыш осоронда (1219—1223 һәм 1336—1340 йылдар) хәҙерге Ергән ауылы халҡы, үҙ ерҙәрен ҡурсылап, баҫҡынсыларға ҡаршы күтәрелә. Тау янындағы бәләкәй йылға буйында ҡаты һуғыш була. Кеше ҡаны йылға булып аға. Ҡан ер өҫтөн ҡаплай. Был һуғыш халыҡ хәтерендә ныҡ һаҡланған. Шул осорҙан алып тауҙы «Ер-ҡантауы», йылғаны «Ер-ҡан» йылғаһы тип йөрөтәләр[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
• Ергәнтау
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 ГОРНОЛЫЖНЫЙ ЦЕНТР «СПУТНИК» (Зирган-тау) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
- ↑ 1 2 «НеДома.ру» сайты. Горнолыжный центр Спутник (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Сайт «Maria-Online.com». Зиргантау (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
- ↑ Трасса с горы Зирган-Тау. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2011. Архивировано 5 март 2016 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 Горнолыжный портал «Rider Skill». Зирган-Тау (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
- ↑ 1 2 3 4 TYR74 — туристический портал. Горнолыжные центры Урала → Зирган-Тау (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
- ↑ Ҡыҙыҡлы топонимика. «Ергән» атамаһының риүәйәте (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
Һылтанмалар
• Горнолыжный портал «Rider Skill». Зирган-Тау (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
• TYR74 — туристический портал. Горнолыжные центры Урала → Зирган-Тау (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
• Сайт «НеДома.ру». Горнолыжный центр Спутник (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
• ГОРНОЛЫЖНЫЙ ЦЕНТР «СПУТНИК» (Зирган-тау) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
• Сайт «Maria-Online.com». Зиргантау (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)