Заһиҙуллина Аделина Рөстәм ҡыҙы
Аделина Рөстәм ҡыҙы Заһиҙуллина (рус. Загидуллина Аделина Рустемовна; 1993 йылдың 13 ғинуары, Өфө) — рапирала Рәсәй фехтовальщигы. 2016 йылда команда беренселегендә донъя чемпионы, Европа чемпионы, I Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза призеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры[2].
Биографияһы
Башҡортостан физик культура институтында уҡый. Өфөлә йәшәй. 2003 йылдан алып фехтование менән шөғөлләнә. ЦСКА өсөн сығыш яһай. Тренерҙары — Е. А. Попов, О. М. Шагаев.
2013/2014 йыл миҙгеленән Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай.
2024 йылда фехтование буйынса бөтә рәсәй гран-при серияһының яңы турнирының 1 — се этабында еңеүсе була.
2025 йылда Фехтование Буйынса Рәсәй Кубогында көмөш миҙал яулай[3].
Лейтенант хәрби званиеһы бар (2021).
Иң яҡшы һөҙөмтәләре
Донъя чемпионаты
- 1
Алтын — 2016 йылда донъя чемпионаты (Рио-де-Жанейро, Бразилия) (команда) - 3
Бронза — 2017 йылда донъя чемпионаты (Лейпциг, Германия) (команда)
Донъя чемпионаты
Европа уйындары
- 1
Алтын — Европа уйындары 2015 (Баҡы, Әзербайжан) (команда) - 3
Бронза — Европа уйындары 2015 (Баҡы, Әзербайжан)
Рәсәй чемпионаты
- 2
Көмөш — Рәсәй чемпионаты 2014 йыл (Лобня) - 3
Бронза — Рәсәй чемпионаты 2016 йыл (Омск)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Olympedia (ингл.) — 2006.
- ↑ Приказ министра спорта РФ от 27 февраля 2018 г. № 29 нг 2021 йылдың 2 август көнөндә архивланған.
- ↑ Марта Мартьянова – победительница Кубка России по фехтованию! sport-teams.ru (25 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.