Иванова Ленара Хәким ҡыҙы
Ленара Хәким ҡыҙы Иванова (рус. Иванова Ленара Хакимовна; 1968 йылдың 31 декабре, Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы) — инженер-иҡтисадсы, юрист, йәмәғәт һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2021 йылдың 1 марты — 2026 йылдың 16 феврале — Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
Биографияһы
Иванова Ленара Хәким ҡыҙы 1968 йылдың 31 декабрендә Башҡорт АССР-ының Нефтекама ҡалаһында тыуған.
- Белеме
1991 йылда Өфө авиация институтын — «Машиналар эшләү сәнәғәтен ойоштороу һәм иҡтисады», 1996 йылда — Башҡорт дәүләт университетын «Хоҡуҡ белеме» һөнәре буйынса тамамлай.
- Хеҙмәт эшмәкәрлеге
1991—1993 йылдарҙа — Башҡорт ССР-ы Профсоюздар Федерацияһы советы Республика мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең бүлек мөдире.
1993—1996 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар Федерацияһы советының социаль-көнкүреш мәсьәләләре буйынса комиссия инструкторы (рус.)баш..
1996—2001 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар Федерацияһы советының хоҡуҡи яҡлау бүлегенең хоҡуҡи инспекторы-белгесе, Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар Федерацияһы аппаратының хоҡуҡи инспекторы-белгесе.
2001—2002 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар Федерацияһы аппаратының хоҡуҡи яҡлау бүлегенең әйҙәүсе хоҡуҡи инспекторы-белгесе.
2002—2004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар Федерацияһы аппаратының социаль-гуманитар проблемалар (рус.)баш. бүлеге мөдире.
2004—2006 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар Федерацияһы секретары.
2006—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар Федерацияһы рәйесе урынбаҫары.
2010—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры, Башҡортостан Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры.
2018—2019 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.
2019—2021 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары — Башҡортостан Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры.
2021 йылдың 1 марты — 2026 йылдың 16 феврале — Башҡортостан Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры[1][2][3].
2026 йылдың 16 февралендә Ленара Иванова министр вазифаһынан китте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров артабан Ленара Иванованың эшен төбәк парламентында дауам итәсәк, тип белдерҙе. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын министрҙың беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова башҡарасаҡ[4]..
- Вазифаһы буйынса эшенең ҡайһы бер йүнәлештәре
- социаль туризмды үҫтереү (республика программаһы сиктәрендә); «өсөнсө быуын халыҡ университеттарын» асыу.
- урындағы үҙидара органдары саралары комплексы: мәҙәни-күмәк саралар, экскурсиялар, туҡыу һөнәренең нигеҙҙәре, ғәрәп телен өйрәнеү, хорҙа йырлау кеүек дисциплиналар буйынса өҫтәмә уҡытыу;
- республикалала социаль хеҙмәтләндереүҙең инновацион формаһын — оло йәштәге граждандар өсөн тәрбиәгә бала алған ғаилә институтын булдырыу һәм үҫтереү;
- стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында ҡул эштәре (туҡыу, сигеү, көршәкселек, рәсем сәнғәте), художестволы үҙешмәкәрлек, спорттың уйын төрҙәре, скандинав йөрөшө, шулай уҡ хеҙмәт терапияһы практикаһы: малсылыҡ, баҡсасылыҡ, үҫемлекселек буйынса клубтар булдырыу;
- республика һәм зона спорт саралары, художестволы үҙешмәкәрлек конкурстары һәм КВН;
- стационар учреждениеларҙа «Яҡшы ихтыяр-I» (эске ирекмәндәр хәрәкәте), «гармонияға юл», «беҙҙең ҡулдар күңелһеҙлек өсөн түгел», «Музыкаль калейдоскоп» һәм башҡа программаларҙы тормошҡа ашырыу;
- стационар учреждениелар эшмәкәрлеге сиктәрендә тәрбиә мәктәптәре булдырыу;
- республикала мобиль бригадалар, социаль поликлиникалар, социаль ашханалар, социаль такси, техник реабилитация сараларын прокатлау пункттары эше;
- төбәктә гериатрия ярҙамын үҫтереү (Бр Хеҙмәт Һәм Һаулыҡ Һаҡлау Министрлығының «Хәстәрлек Территорияһы» берлектәге пилот проекты);
- социаль ярҙам саралары буйынса интерактив онлайн-консультант;
- Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 2022 йылдан Кесе Ватанға ярҙам итеүгә һәм уны үҫтереүгә йүнәлтелгән «Атайсал» проектында ҡатнаша. Нефтекама ҡалаһы буйынса эшсе төркөм етәксеһе[5].
- Шәхси тормошо
Ғаиләле, ике улы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының Почёт грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре[6]
- Халыҡтар дуҫлығы ордены
- Салауат Юлаев ордены (2026)[2]
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәхмәте
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы[7].
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы[6]
Санкциялар
2023 йылдың 25 февраленән Европа Союзының санкциялар (рус.)баш. исемлегенә эләгә[8][9]. Министрға ҡарата шулай уҡ үҙ санкцияларын индереүҙәре тураһында Украина[10], Бөйөк Британия[11] һәм Канада[12] илан итте.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Министром семьи, труда и социальной защиты населения Башкортостана назначена Ленара Иванова. glavarb.ru (1 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Иван Вавилов. Ленара Иванова покинула пост министра труда Башкирии. ИА «Башинформ» (16 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Инсаф Хужабирганов. Минтруд Башкирии возглавила Ольга Кабанова. ИА «Башинформ» (16 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Идэль Гумеров. Ленара Иванова покидает пост министра семьи, труда и социальной защиты Башкирии. Коммерсантъ (16 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2026.
- ↑ Эльдар Валидов. Министр семьи, труда и социальной защиты населения Республики Башкортостан Ленара Хакимовна Иванова. Страница администрации г. Нефтекаска в ВК (15 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Ленара Иванова. Сайт «Росконгресс. Пространство доверия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Иванова Ленара Хакимовна. Министерство семьи, труда и социальной защиты населения Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Глава Минтруда Башкирии Ленара Иванова попала под европейские санкции (26 февраля 2023). 20 ғинуар 2026 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Хабиров прокомментировал санкции против министра семьи Башкирии Ивановой (27 февраля 2023). 2026-01.20 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Зеленский ввел санкции против главы Минтруда Башкирии Ленары Ивановой. РБК (2 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026.
- ↑ Венера Хисамова. Великобритания ввела санкции против министра семьи и труда Башкирии. Коммерсантъ (17 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026.
- ↑ Правительство Канады ввело санкции против министра труда Башкирии Ленары Ивановой. ИА «Башинформ» (22 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026.
Һылтанмалар
- Министерство семьи, труда и социальной защиты населения Республики Башкортостан. Иванова Ленара Хакимовна. Министр (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- «Я — государственник» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Ленара Иванова: С семьёй идти по жизни легче, интереснее и спокойнее! (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Ленара Иванова о рейтинге качества жизни: «В Башкирии есть передовой опыт» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Обругали за «халяву». Почему глава минтруда Башкирии стала «лицом врага» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)