Иванюта Андрей Иванович

Иванюта Андрей Иванович (2 август 1966 йыл) — юрист, эске эштәр, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры, 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2020—2024 йылдарҙа Белорет районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.

Биографияһы

Андрей Иванович Иванюта 1966 йылдың 2 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған.

Юғары белемле. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын, Смоленск физик культура, спорт һәм туризм дәүләт академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда Өфөнөң В. И. Ленин исемендәге приборҙар эшләү заводында электр үлсәүҙәрен йыйыу буйынса өйрәнсек булып башлай. 1984—1987 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтарылғас, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә радиоэлектрон аппаратура көйләүсеһе, 1991—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Октябрь районының «Вейдер» спорт клубы директоры була.

1992—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр органдарында эшләй, хеҙмәтен СОБР командиры урынбаҫары вазифаһында тамамлай. Запастағы милиция подполковнигы.

2008 йылдан «Башҡортостан Республикаһының спорт саралары идаралығы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының туризм бүлеге начальнигы, 2010 йылдан Өфө ҡалаһы Дим районының «Орион» балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында педагог-ойоштороусы, 2011 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу һәм йәмәғәт институттары менән хеҙмәттәшлек итеү бүлегенең баш консультанты.

2012 йылдан Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры.

2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

2020 йылдан Белорет районы хакимиәте башлығы. 2024 йылдың 27 декабрендә вазифаһынан китеүе тураһында иғлан итте[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Федерация Советының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
«Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар

Ғаиләһе

• Өйләнгән, ике улы һәм ҡыҙы бар.