Соколов Игорь Александрович
Игорь Александрович Соколов (рус. Игорь Александрович Соколов; 1958 йылдың 2 ғинуары, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — хәрәкәт итеүсе сәптәргә атыусы СССР спортсыһы, Олимпия чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1980). Пуля менән атыу буйынса бөтә союз категорияһындағы судья (1988). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1995)[2].
Биографияһы
Өфөнөң «Буревестник» командаһы өсөн сығыш яһай. Өфө нефть институтында инженер һөнәрен[3], ә 1989 йылда Воронеж физик культура институтын тамамлағас тренер һөнәрен ала[4].
1978–1988 йылдарҙа совет атыусылар йыйылма командаһы составына инә[4]. 1985 йылдан Рәсәй Спорткомитетының өлкән тренеры була[4], хәҙерге ваҡытта Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры булып эшләй[2].
2002 йылда Соколовҡа пуля менән атыу буйынса халыҡ-ара категория судьяһы исеме бирелә[2].
Спорт ҡаҙаныштары
- Олимпия уйындары чемпионы
- Донъя чемпионы (1979)
- Донъя чемпионатының көмөш призеры (1971)
- Европа чемпионы (1979)
- Ике тапҡыр СССР чемпионы (1978, 1980)
- Олимпия уйындары рекордсыһы
- Ике тапҡыр донъя һәм Европа рекордсыһы
Бүләктәре
- «Почёт Билдәһе» ордены (1980)
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (1985)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Record #100858017 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ 1 2 3 Соколов Игорь Александрович. Башкирская энциклопедия. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
- ↑ Соколов Игорь Александрович // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
- ↑ 1 2 3 Соколов Игорь Александрович. Спортивная Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026. Архивировано 4 март 2016 года.
Һылтанмалар
- Пулевая стрельба: Справочник / сост. Корейс М.К.. — М.: Физкультура и спорт, 1982. — 400 с.
- Статья в Башкирской энциклопедии