Иннополис университеты

Иннополис университеты (рус. Университет Иннополис), татар. «Иннополис университеты» автономияле коммерцияле булмаган югары белем бирү оешмасы) — Иннополис ҡалаһында (Татарстан Республикаһының Үрге Услон районы) Рәсәй автономиялы коммерцияға ҡарамаған юғары белем биреү ойошмаһы. Мәғлүмәт технологиялары һәм робот техникаһы өлкәһендә белем биреү, тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр өлкәһендә махсуслашҡан.

Башта юғары уҡыу йорто Ҡазан ҡалаһында эшләй, 2015 йылдың сентябренән университет кампусы Иннополис ҡалаһында асыла. Университетта юғары технологиялар өлкәһендә эшләүселәрҙе, идарасыларҙы уҡыталар һәм мәғлүмәт технологиялары һәм робототехника өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрәләр.

Университет 2012 йылдың 10 декабрендә теркәлгән. Ойоштороусылар — Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм Татарстан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы.

undefined
undefined

Тарихы

Иннополис университетын ойоштороу тураһында 2012 йылдың февралендә Карнега — Меллон университеты менән Татарстанда ИТ-кадрҙар әҙерләү үҙәген булдырыу буйынса һөйләшеүҙәрҙә иғлан ителә. Йылына 1000 белгес әҙерләү күҙ уңында тотола.

2012 йылдың июлендә Татарстан Республикаһының рәйесе Рөстәм Миңлеханов Карнега-Меллон университетының ИT-белем биреүҙе үҫтереү һәм популярлаштырыу, шулай уҡ Карнеги-Меллон университетының белем биреү программаларына лицензиялар һатыу менән шөғөлләнеүсе бүлендек компанияһы (Carnegie Mellon University — iCarnegie Global Learning) етәксеһе Гил Таран менән осраша. Һуңынан яҡтар Иннополис биләмәһендә яңы IT-университет асырға һөйләшеп килешә[1].

2012 йылдың 21 декабрендә iCarnegie һәм Иннополис университеты Карнеги-Меллон университеты бүлексәһе белгестәре Рәсәйҙең IT-индустрияһын һәм IT-уҡытыу сифатын өйрәнеүе тураһында меморандумға ҡул ҡуя[2]. Тикшеренеү һөҙөмтәләре артабан белем биреү концепцияһын эшләү өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ Америка университеты белгестәре университет инфраструктураһын үҫтереүгә һәм белем биреү программаларын булдырыуға йәлеп ителә. Шул уҡ йылда Иннополиста кампус төҙөлә башлай.

2013 йылдың апрелендә Иннополис университеты конкурс буйынса уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр ҡабул итеү тураһында иғлан итә[3]. 15 урынға 700 ғариза бирелә, Әммә Software программаһы буйынсабер йыллыҡ уҡыуға 14 кеше китә[4]. Шул уҡ йылда Ҡазанда юғары уҡыу йортоноң тәүге STEM (Science, Technology, Engineering, Mathematics) үҙәктәре асылды, унда 6-11 класс уҡыусыларын робот техникаһы, математика, физика, программалау һәм инглиз теле менән уҡыттылар. Тесты яҡшы биреүсе 50 тыңлаусы бушлай уҡый[5].

2013 йылдың декабрендә Иннополис университеты федераль инновацион майҙансыҡҡа әүерелә[6]. Еңеүселәр мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә алдынғы тикшеренеүҙәр үҙәктәрен булдырыуға өҫтөнлөклө ярҙам ала[7].

2013 йыл аҙағында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Иннополис ҡалаһында Иннополис университетын төҙөүҙө хуплай[8].

2014 йылдың февралендә юғары уҡыу йорто бакалаврҙар йыйыу тураһында иғлан итә кандидаттар сифатында Рәсәй һәм сит ил университеттарының 3—5 курсы студенттары ҡарала[9]. 40 — 50 студент йыйыу планлаштырыла, ләкин 300 ғариза бирелһә лә[10], 26 кеше генә юғары уҡыу йортона һайлап алына[11]. Улар шул уҡ йылдың йәйендә университеттың Ҡазан майҙансығында уҡый башлай[10].

2020 йылдың декабрендә Иннополис университеты Рәсәйҙә беренсе яһалма интеллект институтын булдыра, уның сиктәрендә ғәмәлдәге лабораторияларҙы һәм яһалма интеллект өлкәһендәге булған эшләнмәләрҙе һәм тикшеренеүҙәрҙе берләштерә[12].

Уҡыу программалары

2022/2023 уҡыу йылында юғары уҡыу йортонда 1077 студент белем ала. Улар «Информатика һәм иҫәпләү техникаһы» һәм «Мәғлүмәттәрҙе анализлау һәм яһалма интеллект» бакалавр программалары, биш магистрлыҡ — «Мәғлүмәттәрҙе анализлау һәм яһалма интеллект», «Технологик эшҡыуарлыҡ», «Робот техникаһы һәм компьютерҙа күреү», «Программа тәьминәтен эшләү менән идара итеү» һәм «Компьютер хәүефһеҙлеге һәм селтәрҙәр» программалары буйынса белем ала. Аспирантураның программалары — «Информатика фәненең теоретик нигеҙҙәре» һәм «Математик моделләштереү, һанлы ысулдар һәм программа комплекстары». Белем биреү программаларына 175 дисциплина инә.

Өсөнсө курста студенттар «Программа тәьминәтен эшләү», «Ҙур мәғлүмәттәр», «Робот техникаһы» һәм «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» йүнәлештәренең береһен һайлай ала.

Университетты бөтәһе 850 студент тамамлай, 2021 йылда — 208 кеше. Уны тамамлаусыларҙың 100 проценты Рәсәйҙең алдынғы компанияларына эшкә урынлаша: Сбертех, Яндекс, Тинькофф, S7, Мегафон, Qiwi, Сбербанк, МТС, ОМП, X5 Retail Group.

Уҡытыу үҙенсәлектәре

Университетта белем алыу дәүләт тарафынан финанслана һәм түләүле. 2022 йылда бюджет урындары түбәндәгесә билдәләнә: бакалавриат программаларына — 52, магистратура программаларына — 30, аспирантура программаларына — 6. 2022/2023 уҡыу йылында бакалавриат, магистратура һәм аспирантура программалары буйынса 1 йыл уҡыу хаҡы 800 000 һум тәшкил итә. Уҡыу хаҡын тулыһынса йәки өлөшләтә ҡапларға һәм айына 36 000 һумға тиклем стипендия алырға мөмкинлек биргән грант отоп була.

Уҡытыу инглиз телендә алып барыла.

Студенттар һаны

2022/2023 уҡыу йылында университетта 171 дисциплина буйынса 1086 студент уҡый (2021 йылда — 882, 2020 йылда — 823, 2019 йылда — 771[13], 2018 йылда — 254[14], 2017 йылда — 255[15], 2016 йылда — 313[16]).

2013 йылда магистратурала 14, 2014 йылда 50 студент (26 бакалавриат, 24 магистратура), 2015 йылда 322 студент (236 бакалавриат, 86 магистратура) уҡый башлаған.

Университет кампусы

Университеттың 31,1 мең м² майҙанлы кампусы һәм майҙаны 35,3 мең квадрат метрлыҡ 1200 урынлыҡ дүрт ятаҡ корпусы федераль бюджет иҫәбенә төҙөлгән. 2013 йылда был маҡсатҡа (Иннополистың устав капиталына индергән аҡса иҫәбенә) 4,7 миллиард һум йүнәлтелгән[17][18].

Университеттың кампусы уҡыу-лаборатория корпусынан, торлаҡ һәм спорт комплекстарынан тора.

Рейтингтары

2021 йылда Иннополис университеты Forbes журналының Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто рейтингында 12-се урынды ала.

2022 йылда университет «Университеттың өс миссияһы» халыҡ-ара рейтингына инә, унда 601 — 650-се урындар араһында тора[19].

Иҫкәрмәләр

  1. Рустам Минниханов встретился с руководителем IT-подразделения университета Карнеги Меллон — Единый Портал органов государственной власти и местного самоуправления "Официальный Татарстан". tatarstan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2019.
  2. iCarnegie Global Learning и Университет Иннополис подписали меморандум о согласии. digital.tatarstan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2019.
  3. Университет Иннополис объявляет конкурсный набор преподавателей. digital.tatarstan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2019.
  4. Эльвира Вильданова. Университет Иннополис решил начать работу со школьников. БИЗНЕС Online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2019. Архивировано 14 август 2020 года.
  5. Состоялось открытие первых STEM-центров Университета Иннополис. digital.tatarstan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2019.
  6. Приказ о присвоении статуса ФИП.pdf. vk.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2019. Архивировано 21 апрель 2022 года.
  7. При Университете Иннополис планируют создать центр прорывных исследований в области информационных технологий. digital.tatarstan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2019.
  8. БИЗНЕС Online. Дмитрий Медведев утвердил создание университетского комплекса в Иннополисе. БИЗНЕС Online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2019. Архивировано 21 апрель 2022 года.
  9. Университет Иннополис открывает набор бакалавров по специальностям ComputerScience и SoftwareEngineering. digital.tatarstan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2019.
  10. 1 2 Состоялось торжественное открытие бакалаврской программы Университета Иннополис. digital.tatarstan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2019.
  11. Годовой отчет Университета Иннополис за 2014 год (2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2019. Архивировано 18 апрель 2016 года.
  12. В Иннополисе открылся первый в России институт искусственного интеллекта. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2021. Архивировано 27 ғинуар 2021 года.
  13. 16 210 заявок от абитуриентов и средний балл ЕГЭ 92,8 — итоги приемной кампании Университета Иннополис. university.innopolis.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2019. Архивировано 9 октябрь 2019 года.
  14. В 2018 году Университет Иннополис выпустил 149 специалистов и принял 254 новых студента. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2019. Архивировано 4 апрель 2019 года.
  15. Университет Иннополис: 255 новых студентов и 284 приглашения на работу для 169 выпускников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2018. Архивировано 27 август 2018 года.
  16. Университет Иннополис: минус двадцать восемь, плюс триста тринадцать. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2019. Архивировано 4 апрель 2019 года.
  17. Дарья Полыгаева. Как живёт самый молодой город России. The Village (15 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2016. Архивировано 6 октябрь 2016 года.
  18. «Стройка века» в Татарстане обретает очертания. Бизнес Онлайн (24 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2016. Архивировано 5 октябрь 2016 года.
  19. Рейтинг Три Миссии Университетов, 2022. mosiur.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2022.

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә