МСК+5
МСК+5, Мәскәү ваҡыты плюс 5 сәғәт — Рәсәйҙең 7-се сәғәт бүлкәте ваҡыты UTC+8:00-гә тап килә[1].
2000-се йылдарҙан рәсми булмаған «Иркутск ваҡыты» атамаһы ла ҡулланыла[* 1].
Был ваҡытты Бүрәт Республикаһы һәм Иркутск өлкәһе файҙалана.
Тарихы
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Рәсәйҙә ваҡыт һәм Декрет ваҡыты
Рәсәй территорияһында Мәскәү ваҡытынан 5 сәғәткә алдараҡ булған ваҡыт (МСК+5[* 2]), илдә халыҡ-ара сәғәт бүлкәттәре системаһы индерелгәндән һуң, 1919—1924 йылдарҙа ҡулланыла башлай[2].
1970-се йылдарҙа Красноярск крайының көнсығыш райондарында МСК+5 ваҡытын ҡулланыу туҡтатыла, сөнки улар МСК+4 ваҡытына күсә[3].
МСК+5 ваҡыты UTC-ҡа ҡарата
Күрһәтелгән көндән башлап:
МСК+5 ваҡыты региондарҙа
Ағымдағы йылға йәки билдәләнгән аныҡ датанан башлап — ҡыҫҡа булһын өсөн региондың административ үҙәге күрһәтелгән (2015 йылға административ-территориаль бүленеш буйынса):
- 1947 — Иркутск (Иркутск өлкәһе, көнсығыш райондарын индереп), Улан-Удэ, шулай уҡ Красноярск крайының көнсығыш райондары һәм Байкал аръяғы өлкәһенең көнбайыш райондары[4].
- 1962 — Иркутск, Улан-Удэ, шулай уҡ Красноярск крайының көнсығыш райондары[5].
- 1973 — Иркутск, Улан-Удэ[3].
- 01.10.1981 — Иркутск, Улан-Удэ, шулай уҡ Эвенк автономиялы округы һәм Красноярск крайы Таймыр (Долган-Ненец) автономиялы округының Хатанг районы[* 3].
- 01.04.1982 — Иркутск, Улан-Удэ.
- 26.10.2014 — Иркутск, Улан-Удэ, Чита.
- 27.03.2016 алып — Иркутск, Улан-Удэ.
МСК+5 зонаһы
Иҫкәрмәләр
- Комментарийҙар
- ↑ Происхождение и точная дата появления названия не установлены.
- ↑ Такое сокращённое обозначение часовой зоны или действующего времени в ней применяется с 2014 года в законе «Об исчислении времени»[1].
- ↑ На указанных территориях Красноярского края не переводились часы на «зимнее» время 1 октября 1981 года[6].
- Сығанаҡтар
- ↑ 1 2 Федеральный закон от 03.06.2011 N 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2016. Архивировано 30 сентябрь 2018 года.
- ↑ Декрет СНК РСФСР от 8 февраля 1919 года «О введении счёта времени по международной системе часовых поясов». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2020. Архивировано 28 ноябрь 2018 года.
- ↑ 1 2 Малый атлас СССР, М., ГУГК при СМ СССР, 1973.
- ↑ Атлас офицера, Москва, 1947. Карта часовых поясов оцифрована: Александр Кривенышев (WorldTimeZone). Архивная копия от 6 май 2015 на Wayback Machine
- ↑ Атлас СССР, М., ГУГК, 1962.
- ↑ Время для лета и зимы // Труд : газета. — 1981. (25 сентября).