Исхаҡов Әбделхәй Мырҙағәле улы

Исхаҡов Әбделхәй Мырҙағәле улы (1910 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой, стрелок[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы яугиры[1].

Биографияһы

Әбделхәй Мырҙағәле улы Исхаҡов (башҡа сығанаҡ буйынса Исҡаҡов[2]) 1910 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған[1]. Һуғышҡа алыныу датаһы билдәһеҙ. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия Чернигов дивизияһы) 275-се кавалерия полкында хеҙмәт итә, хәрби һөнәре — стрелок. 1943 йылдың март айында хәбәрһеҙ юғала[2].. 1943 йылдың 12 апрелендә яугирҙың һәләк булыуы йәки хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында мәғлүмәт теркәлә. Был документта уның Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатыны Исҡаҡова Г. С. күрһәтелгән. Ерләнеү урыны билдәһеҙ[1].

Хәтер

  • Исхаҡов Әбделхәй Мырҙағәле улының исеме Баймаҡ районы хәтер китабына индерелгән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Память. Башкортостан. Книга 5. 60 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
  2. 1 2 Донесения о потерях

Һылтанмалар