Исҡужин Зада Рәхимйән улы

Исҡужин Зада Рәхимйән улы (рус. Искужин Зада Рахимьянович; 25 октябрь 1931 йылагроном, ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. 1978 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы директоры. 1994—1998 йылдарҙа ошо райондың Татыр-Үҙәк ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990), райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе һәм почётлы гражданы (2021).

Биографияһы

Зада Рәхимйән улы Исҡужин 1931 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла[1] Мәҡсүт ауылында тыуған[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1947 йылда Йылайыр районында башлай, унда китапханасы, иҫәпсе һәм зоотехник була[2].

1963 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай һәм Хәйбулла районының «Хәйбулла» совхозының баш агрономы итеп тәғәйенләнә, 1967 йылда — хужалыҡ директоры вазифаһына үрләтелә[3].

1977 йылдан — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Хәйбулла район советы башҡарма комитетының ауыл хужалығы производство идаралығы начальнигы[2].

1978 йылдан — Хәйбулла районының «Аҡъяр» совхозы директоры[3].

1994 йылдан — Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы[2][3].

1998 йылдан — хаҡлы ялда[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990)[4]
• Хәйбулла районының атҡаҙанған сиҙәмсеһе[3]
• Хәйбулла районының почётлы гражданы (2021)[5]

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы
  2. 1 2 3 4 5 Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башк. энцикл., 2015. — 648 с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-243-6  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2025)
  3. 1 2 3 4 Муниципальный район Хайбуллинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Звание «Почетный гражданин Хайбуллинского района» присвоено Заде Рахимьяновичу Искужину. 5 февраля 2021 года (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2025)
  4. Татыр-Узякский сельсовет муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Жители, удостоенные государственных наград. 15. Искужин Зада Рахимьянович. Звание «Заслуженный работник сельского хозяйства БАССР», 04.04.1990 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2025)
  5. Зада Рәхимйән улы Исҡужин — Хәйбулла районының почётлы гражданы. «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең рәсми сайты. 5 февраль 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2025)

Һылтанмалар

• Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башк. энцикл., 2015. — 648 с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-243-6  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2025)
Муниципальный район Хайбуллинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Звание «Почетный гражданин Хайбуллинского района» присвоено Заде Рахимьяновичу Искужину. 5 февраля 2021 года (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2025)