Ишерский Владимир Владимирович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Эш урыны
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 4 февраль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Вафат булған урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
СССР-ҙың почётлы нефтсеһе
Вафат булған көнө 7 март 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (77 йәш)
Һөнәр төрө геолог, инженер
Тыуған урыны
Гражданлығы

Ишерский Владимир Владимирович (4 февраль 1904 йыл7 март 1981 йыл) — геолог-нефтсе. 1941—1957 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең бүлек начальнигы. СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1970). Ленин (1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) һәм «Почёт Билдәһе» (1948) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Владимирович Ишерский 1904 йылдың 4 февралендә Рәсәй империяһының Омск ҡалаһында тыуа[1].

1923 йылда атаһы — табип Владимир Иванович Ишерский хеҙмәт урынын алмаштырыу менән бәйле ғаилә даими йәшәү өсөн Владивосток ҡалаһына күсенә. Йәш Владимир шул уҡ йылда урындағы Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетының (хәҙер Алыҫ Көнсығыш дәүләт техник университеты) техник факультеты геология бүлегенә уҡырға инә, 1923—1930 йылдарҙа бында юғары һөнәри белем ала[1].

1926 йылда Сахалин утрауына практикаға ебәрелә, унда Н. А. Худяков етәкселегендәге 2-се Сахалин тау-геология экспедицияһының геология партияһында П. И. Полевой ҡулы аҫтында өлкән эшсе булып эшләй. Тикшеренеүҙәр барышында өс нефть ятҡылығы (Чакре, Нампи һәм Оркуньи), шулай уҡ ҡайнар минераль сығанаҡ асыла. Студент-практикант артабан коллектор Б. В. Витгефт етәкселегендәге ҙур булмаған отряд составында Ныш йылғаһының Һигеҙенсе шишмә районында ла эшләй, бында иһә көкөртлө һыу сығанағы табыла. Алдағы йылдарҙағы барлыҡ йәйге практикаларын Төньяҡ Сахалинда үтә. 1927 һәм 1928 йылдарҙа, геологик партиялар коллекторы булып, 3-сө һәм 4-се Сахалин экспедицияларында ҡатнаша. Университетты тамамлағанда, диплом эшен яҙмай һәм яҡламай ғына, Владимир Ишерский «геология» һөнәре буйынса «инженер» квалификацияһы ала.

1981 йылдың 7 мартында Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1970).
  • Дәүләт премияһы лауреаты
  • Ленин ордены (1954)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948)
  • «Почет Билдәһе» ордены (1948)
  • миҙалдар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башкирских нефтяников славные имена. — Уфа: РИЦ АНК “Башнефть”, 1997. — 648 с.: ил. ISBN 5-901004-06-Х.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2024)
  • Профессионалы нефтегазовой отрасли. Книга 3. М.: ЗАО «Издательство «Нефтяное хозяйство», 2005. – 496 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2024)
  • Ремизовский В. И. Нефть Сахалина в судьбах : сб. док. биогр. очерков. — Хабаровск, 2001. – Ч. 1. – С. 57, 78–88.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2024)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]