Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы

Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы (1 ғинуар 1948 йыл10 октябрь 2015 йыл) — башҡорт теле белгесе, шәрҡиәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2008).

Биографияһы

Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов 2015 йылдың 10 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың археография, текстология, әҙәби башҡорт теленең тарихи үҫешен өйрәнеү проблемалары, башҡорт балалар фольклоры менән бәйле. «Башҡорт әҙәби теленең ике быуаты» («Два века башкирского литературного языка; 2000»)монографияһында автор XIX быуат — XX быуат башы яҙма ҡомартҡылары нигеҙендә башҡорт әҙәби теленең үҫешен яҡтырта, уның телдән тыш сәбәптәрен күрһәтә. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй Фәндәр Академияһының Шәрҡиәтселәр йәмғиәте президенты (2004—2006).

Хеҙмәттәре

  • Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө, 1993 (авторҙ.);
  • «Тарих нама-и булгар» Таджетдина Ялсыгулова. — Уфа, 1990;
  • Башкирские народные детские игры. — Уфа, 2002.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005)
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008)

Балалар фольклорын өйрәнеүе

Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың «Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ» йыйынтығында Һынамыштар, Һанашмаҡтар, Тиҙәйткестәр, Үсекләшеүҙәр, Уйындар һ. б. балалар өсөн халыҡ ижады үрнәктәр урын алған [2]

Иҫкәрмәләр

  1. В Уфе скончался известный ученый-языковед, бывший ректор Академии искусств Ишмухамет Галяутдинов — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 10 октябрь (рус.)
  2. Ғәләүетдинов И. Ғ. һәм башҡалар. Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ ( — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — ISBN 5-295-01280-8.

Әҙәбиәт

  • Ғәләүетдинов И. Ғ. һәм башҡалар. Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ (баш.). — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — ISBN 5-295-01280-8.

Һылтанмалар

  • ГАЛЯУТДИНОВ Ишмухамет Гильмутдинович
  • А. Р. Абдуллин. Востоковед из Уфы // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1997. Т. 2. № 4.
  • М. Ямалетдинов. Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов = Ишмухамет Галяутдинов: документальная повесть. — Өфө, 2009.

Тема буйынса өҫтәмә