Сәйетғәлиев Иҙрис Мөҙәрис улы
Сәйетғәлиев Иҙрис Мөҙәрис улы (рус. Саитгалиев Идрис Мударисович; 16 апрель 1961 йыл, Башҡорт АССР-ының Илеш районы Иштирәк ауылы — 24 май 2025 йыл, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы) — журналист. 1984 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2007), Рәсәй һәм республика кимәлендәге ижади конкурс һәм бәйгеләр еңеүсеһе[1].
Биографияһы
Иҙрис Мөҙәрис улы Сәйетғәлиев 1961 йылдың 16 апрелендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Иштирәк ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған[2].
Үҙ ауылында һигеҙ йыллыҡ, ауыл Советы үҙәге булған күрше Ҡарабашта урта мәктәп тамамлай[3].
Артабан Өфөлә педагогия училищеһында, Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый[3].
1984 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзитендә эшләй, стажер, корректор, үҙ хәбәрсе, яуаплы секретарь урынбаҫары, бүлек мөдире, баҫманың яуаплы секретары була. Төп хеҙмәтенән айырылмай Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай[4].
2006 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзитенең иҡтисад бүлеге мөхәррире вазифаһын биләй. Иҡтисад буйынса иң яҡшы материалдарға республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында күп тапҡыр еңеү яулай, ике тапҡыр «Ҡыҙыл таң»дың йыл лауреаты итеп билдәләнә[4].
2007 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[3].
Журналистика ветераны оҙаҡҡа һуҙылған ауырыуҙан 2025 йылдың 24 майында Өфө ҡалаһында вафат була[3][4].
Китаптары
- Иштерәк варислары (тат.)
- Михайловка:сердцу милая сторана (рус.)
- Бишкураево: корни родства (2011).
- Сабантуй – праздник всенародный (рус.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2007).
- Ике тапҡыр «Ҡыҙыл таң» гәзите лауреаты.
Иҫкәрмәләр
- ↑ ПОДВЕДЕНЫ ИТОГИ РЕСПУБЛИКАНСКОГО КОНКУРСА 2003 ГОДА СРЕДИ ЖУРНАЛИСТОВ НА ЛУЧШЕЕ ОСВЕЩЕНИЕ ВОПРОСОВ ПРЕДПРИНИМАТЕЛЬСТВА. ИА «Башинформ», 21 ноября 2003 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2021)
- ↑ Илишевский историко-краеведческий музей. КАЛЕНДАРЬ ПАМЯТНЫХ ДАТ ПО ИЛИШЕВСКОМУ РАЙОНУ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2021)
- ↑ 1 2 3 4 В Башкирии скоропостижно скончался журналист Идрис Саитгалиев. Информационное агентство «Башинформ», 24 мая 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2025)
- ↑ 1 2 3 Хуш, хезмәттәшебез! «Ҡыҙыл таң» гәзите сайты (тат.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2025)
Һылтанмалар
- «Ҡыҙыл таң» гәзите, рәсми сайт 2021 йылдың 14 май көнөндә архивланған.
- Им гордятся земляки-илишевцы (К 55-летию журналиста Идриса Саитгалеева). ИА «Башинформ», 16 апреля 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 май 2021)