Ноғманов Иҙрис Мөҙәрис улы
Ноғманов Иҙрис Мөҙәрис улы (рус. Идрис Мударисович Нугуманов; 1952 йылдың 1 сентябре, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт яҙыусыһы, агроном. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014). Әбйәлил районының И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты (2005), «Аманат» журналының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2006)[1].
Биографияһы
Иҙрис Ноғманов (Ноғманов Ринат Мөҙәрис улы) 1952 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әхмәт ауылында тыуған[1]. Үҙ ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡырҙас, Ишҡол, Урал мәктәптәрендә уҡый. Урта белем тураһындағы аттестаты Асҡар мәктәбендә ала.
Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Ҡырҙас мәктәбендә эш юлын башлай. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Ҡырҙас мал һимертеү комплексына баш агроном итеп тәғәйенләнә. 1985 йылда Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлай[1]. Әбйәлил районы совхоздарында агроном булып эшләй[1].
Иҙрис кесе йәштән ижадҡа тартыла, нәҫерҙәр, уймаҡ хикмәттәр, хикәйәләр яҙа, һуңынан повестарға, романдарға тотона, әҫәрҙәре абруйлы баҫмаларҙа донъя күрә. «Ауыл хикәйәләре» (2007), «Әсәйгә бүләк» (2008), «Ғүмерлек һағыш» (2009) кеүек китаптары баҫыла. «Һаҡмарбаш» исемле тарихи романы айырыуса ныҡ танылды[1]. 2014 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы[1].
Әбйәлил районының «Йәйғор» әҙәби берләшмәһе етәксеһе[1].
Иҙрис Ноғмановтың әҫәрҙәре «Аманат», «Һәнәк», «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдарында, «Башҡортостан», «Йәшлек», «Киске Өфө» һәм район гәзиттәрендә баҫылды, автор үҙе «Аманат» журналы, «Йәшлек» гәзите редакцияларының лауреаты булды[1].
Китаптары
- «Ауыл хикәйәләре» (2007).
- «Әсәйгә бүләк: Бала саҡ хаҡында хикәйәләр». — Өфө: Китап, 2008.
- «Ғүмерлек һағыш» (2009)[1].
- «Һаҡмарбаш: Роман, хикәйәләр». — Өфө: Китап, 2013[1].
- «Ике ут араһында» (2016)[2]. Роман башҡорт телендә сыҡҡан, 2019 йылда рус теленә тәржемә ителгән һәм «Между двух огней» исеме менән баҫылған[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Әбйәлил районының И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты (2005).
- «Аманат» журналының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2006)[1].
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.).
- Нугуманов (Нугаманов) Ринат Мударисович (1952) ● Идрис Нугманов // Литературные премии Республики Башкортостан (рус.).