Иҫәнаманов Ҡаһарман Иҫәнгилде улы
Иҫәнаманов Ҡаһарман Иҫәнгилде улы (1922 йыл — 18 февраль 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 15-се айырым гвардия кавалерия элемтәселәр эскадроны яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары[1] кавалеры.
Биографияһы
Ҡаһарман Иҫәнгилде улы Иҫәнаманов 1922 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районында (ауылы күрһәтелмәгән)[1] тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 15-се айырым гвардия кавалерия элемтәселәр эскадронында телефонист булып хеҙмәт итә[1]. 1945 йылдың 18 февралендә (Баймаҡ районы исемлегендә 17 февралдә тип яҙылған[2]) хәрби наградаларға лайыҡ булған башҡорт батыры Польшала, Шеца воеводалығы Делитц ҡалаһында яуҙа һәләк була һәм шунда ерләнә[2][3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 ИСАНАМАНОВ Кагарман Исангильдинович. Шаймуратовцы
- ↑ 1 2 Чтобы помнили 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Исанаманов Кагарман Исангильдинович. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
Һылтанмалар
- ИСАНАМАНОВ Кагарман Исангильдинович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Исанаманов Кагарман Исангильдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Чтобы помнили 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.