Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы
Тыуған көнө 4 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, 1-се Моҡас ауылы
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ғилми даирәһе хоҡуҡ ғилеме
Эшләгән урыны Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды
Альма-матер Урал дәүләт юридик академияһы
Ғилми дәрәжәһе юридик фәндәр докторы
Ғилми исеме профессор
Награда һәм премиялары Салауат Юлаев ордены Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001)

Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы (4 март 1951 йыл) — рус. Еникеев Зуфар Иргалиевич — дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе[1]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Юридик фәндәр докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).

Файл:Депутаты Верховного Совета БАССР XII созыва. .jpg
БАССР-ҙың ХII саҡырылыш Юғары Совет депутаттары. Зөфәр Йәнекәев үҙе етәкселек иткән комиссия ағзалары менән. Алғы рәттә уңдан икенсе

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зөфәр Ирғәли улы Йәнекәев 1951 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 1-се Моҡас ауылында тыуған.

Мәктәпте бөткәндән һуң 2 йыл Ирәндек совхозында эшсе була. 1973 йылда Свердловск юридик институтын тамамлай.

Дыуан районында (1973−1974), Салауат ҡалаһында (1974—1976) һәм Баймаҡ районында (1976−1978) прокуратура тәфтишсеһе булып эшләй. 1974 йылда Совет Армияһы сафына алына. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Сибай ит комбинатында юрисконсульт була, унан һуң Сибай ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ участкаһы начальнигы урынбаҫары, граждандар оборонаһы штабы начальнигының ярҙамсыһы булып эшләй.

1975 йылда Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының аспирантураһына инә. «Рәсәй составындағы Башҡортостандың хоҡуҡи статусы, ХVI — XXI быуаттар» тигән темаға кандидатлыҡ, артабан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Артабанғы эш урындары: БДУ-ның юридик факультеты уҡытыусыһы; Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында: Секретариаттың сектор мөдире, Халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе.

... «Башҡорт халҡының михнәттәр сигеп, инҡилаптарҙа көрәшеп яулаған дәүләте — Башҡортостан Республикаһы — уның именлегенең гаранты булып тора»

З.И. Йәнекәев

1995 йылдан 2014 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, Закондар сығарыу Палатаһының Урындағы власть мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре комитеты рәйесе; Европа Төбәктәр Палатаһында (Европа Советы, Страсбург) Рәсәй Федерацияһы вәкиле; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһының Ҡануниәт, дәүләт төҙөлөшө һәм суд-хоҡуҡи мәсьәләләр комитеты ағзаһы, 2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйлышы — Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидаралыҡ, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте комитеты рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе вазифаһын биләй.

Ғаиләһе: ҡатыны, ике балаһы бар.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы — 200-ҙән ашыу ғилми публикация авторы.

  • Еникеев Зуфар Иргалиевич. Правовой статус Башкортостана в составе России, ХVI — XXI вв. (История и современность) : Дис. … д-ра юрид. наук : 23.00.02 : Москва, 2003 387 c. РГБ ОД, 71:04-12/12-2
  • Конституционно‑правовое развитие Башкортостана. Уфа, 2008.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001)
  • Салауат Юлаев ордены (2011)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]