Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы
Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы (1905 йыл[5] — 24 февраль 1943 йыл) — ҡыҙылармеец, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ат ҡараусы булып хеҙмәт итә[6].
Биографияһы
Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Ахун ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына Салауат районы хәрби комиссариатынан саҡырыла. 7-се кавалерия корпусының легендар 16-сы кавалерия дивизияһында[5] (112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы) ат ҡараусы (тотоусы) булып хеҙмәт итә. 1943 йылдың 24 февралендә Украина ССР-ының Ворошиловград (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) өлкәһе Юлино-2 станицаһы районында һәләк була һәм шунда ерләнә[6]. «Халыҡ хәтере» электрон ресурсында уның тураһында мәғлүмәттәр Жингалин[6] фамилияһы менән бирелһә, «Мемориал» хәтер китабында Зиангалин тип яҙылған[5]
Ғаиләһе
Улы — Йәнғәлин (Жиәнғәлин) Әхмәҙи Солтан улы — мәғариф алдынғыһы, оҙаҡ йылдар Ахун мәктәбе директоры булып эшләй. Ошо осорҙа урта мәктәп һалдыра. Мәктәптә бейеү түңәрәге ойоштороп, ансамбль төҙөп, район-республика күләмендә билдәлелек яулай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Зигангалин Султан Зигангалиевич (урыҫ) — 2007.
- ↑ 1 2 Жингалин Султан Жингалеевич — 2020.
- ↑ Жиангалин Султан Жингалеевич — 2020.
- ↑ 1 2 Зиангалин Султан Зиангалиевич (урыҫ) — 2007.
- ↑ 1 2 3 [1]
- ↑ 1 2 3 Жингалин Султан Жингалеевич