Йәғәфәров Яхъя Мөжәүир улы

Йәғәфәров Яхъя Мөжәүир улы (1919 йыл — 1972 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Биографияһы

Яхъя Мөжәүир улы Йәғәфәров 1919 йылда Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән-Түңгәүер кантоны (хәҙер Бөрйән районы) Берәтәк ауылында тыуған.

Яхъя Мөжәүир улы 1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Өлкән сержант. Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдан алып 143-сө уҡсылар дивизияһы 287-се артиллерия полкының[1] , һуңыраҡ 142-се уҡсылар дивизияһы 420-се артиллерия бригадаһы 606-сы миномет полкының орудие командиры булып хеҙмәт итә. Үҙәк, Воронеж, 1-се Украин һәм 1-се Белорус фронттарында һуғыша.

Яхъя Мөжәүир улы Йәғәфәров 1972 йылда мәрхүм була һәм Берәтәк ауылында ерләнә.

Һылтанмалар