Йөрөшбаев Нәсүр Әндәрйән улы
Нәсүр Әндәрйән улы Йөрөшбаев | |
---|---|
Файл:Йөрөшбаев Нәсүр Әндәрйән улы.jpg | |
Тыуған көнө | 1961 |
Тыуған урыны | Чалкау ауылы, Барҙы районы, Пермь өлкәһе |
Гражданлығы | → |
Эшмәкәрлеге | журналист, кинорежиссёр |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Нәсүр Әндәрйән улы Йөрөшбаев — журналист, кинорежиссёр, сценарист.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йөрөшбаев Нәсүр Әндәрйән улы 1961 йылда Пермь өлкәһе Барҙы районы Чалкау ауылында тыуған. Сығышы менән ғәйнә башҡорттарынан.
1978 йылда Барҙы урта мәктәбен, ә 1981 йылда — зооветеринария техникумын тамамлай.
Совет армияһы сафтарында хеҙмәт иткәндән һуң, «Рассвет» («Таң») Барҙы район гәзитендә корреспондент булып эшләй.
1989 йылда Ҡазан дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай, шул уҡ университеттың студенты булған немец ҡыҙына өйләнә һәм ГДР-ға күсә. Башта Дрезден эргәһендәге ауылда, һуңыраҡ — Лейпциг ҡалаһында йәшәй, Саксония телевидениеһында оператор, журналист булып эшләй.
Наполеон Бонапарт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына Лейпцигта һәйкәл ҡуя. Монумент ябай таштан тора, унда атлы яугир төшөрөлгән һәм өс телдә — немец, башҡорт һәм рус телдәрендә артабанғы яҙма уйылған: «Халыҡтарҙың 1813 йылғы һуғышы. Башҡорт халҡының Рус ғәскәрҙәре сафында һуғышҡан яугир улдары иҫтәлегенә»[1].
2002 йылда «Трасса» тигән тәүге документаль фильмын төшөрә, ул «Уренгой — Помары — Ужгород» газ үткәргесенең төҙөлөшө хаҡында бәйән итә. «Изге Алексей сиркәүе» («Церковь святого Алексия») тип аталған икенсе фильмы Лейпциг янында Наполеон армияһы һәм союздаш ғәскәрҙәре араһында булған Халыҡтар һуғышына бағышланған[2].
Наполеон ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары тураһындағы «Сена буйында ҡурай моңо» («Звуки курая над Сеной») тигән докуметаль фильмы өҫтөндә 7 йыл дауамында эшләй. Был фильм Башҡортостанда, Германияла һәм Францияла төшөрөлә, уның өҫтөндә эшләгәндә күп кенә архив документары ҡулланыла[2][3]. «Сена буйында ҡурай моңо» фильмы күп тамашасылар һөйөүен яулай (мәҫәлән, тик Саксония телевидениеһында уны 22 тапҡыр күрһәтәләр).
Готтхольд Вайлдең 1930 йылда сыҡҡан «Татар текстары» китабын рус теленә тәржемә итә. Готтхольд Вайль Беренсе донъя һуғышы осоронда немец этнографтары тарафынан Германияла тотҡонлоҡта булған татар һәм башҡорттарҙан аудиояҙмаларға[4] яҙып алынған йырҙарҙы, мәҡәлдәрҙе, йомаҡтарҙы һәм әкиәттәрҙе тәржемә итә һәм китап итеп 1930 йылда баҫтырып сығара. Ошо аудиояҙмаларының береһенең — Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан Ибраһим Хәлимов тауышының яҙмаһын уның Татарстандың Конь ауылында йәшәүсе ҡыҙына тапшырыуы тураһында Нәсүр Йөрөшбаев «Атайымдың тауышы» («Голос моего отца») тигән документаль фильм төшөрә[2].
Бөйөк Еңеүҙең 70-йыллығына арналған «Ике әсир: Жәүәт һәм Вальтер» («Два узника: Джавит и Вальтер», 2015) документаль фильмы «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Gaina Media» студияһы (Германия) менән берлектә төшөрөлә. Был фильм ике әсирҙең — немец һәм башҡорттоң тотҡондағы тормошо тураһында бәйән итә[5]. Фильм инглиз һәм француз телдәренә тәржемә ителәсәк[6].
Нәсүр Йөрөшбаев 30-ға яҡын фильм авторы булып тора. «Сена буйында ҡурай моңо» фильмы 2008 йылда «Алтын минбар» («Золтой минбар») фестивалендә, «Атайымдың тауышы» һәм «Ике әсир: Жәүәт һәм Вальтер» фильмдары 2014 һәм 2015 йылдарҙа «Көмөш Аҡбуҙат» («Серебряный Акбузат») милли һәм этник киноһы халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша[5].
Лейпциг университеты китапханаһы архивында австрия филологы Иероним Мегизерҙең «Төрки теленең нигеҙҙәре» («Institutiones linguae Turcicae») китабын таба һәм Рәсәйгә алып килә. «Уралдағы Лейпциг» («Лейпциг на Урале») проектының авторы булараҡ Наполеонҡа ҡаршы мөһим алыштарҙың береһенә бағышлынған Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы» һәйкәленең бәләкәй аналогын — «Халыҡтар дуҫлығы» һәйкәлен Силәбе өлкәһе Варна районы Лейпциг ауылында ҡуйырға ниәтләй[7].
Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Звуки курая над Сеной / Авт. сценария, реж.-постановщик Насур Юружбаев. — Уфа: Башкортостан, 2011. — CD-ROM.
- Голос моего отца / Авт. сценария, реж.-постановщик Насур Юрушбаев. — Лейпциг: Gaina Media, 2014.
- Два узника: Джавит и Вальтер / Авт. сценария, реж.-постановщик Насур Юрушбаев. — Уфа: Башкортостан, Gaina Media, 2015.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Татарские тексты: на основе пластинок, находящихся в отделе звуков Прусской Государственной библиотеки; Издан, переведен, аннотирован Готтхольдом Вайлем. — Казань: Изд-во «Слово», 2009. — 176 с.
- Рассказы, публицистика, сценарий, стихи. — Казань: «Ихлас», 2012. — 200 с.
- Сценарии и пьеса. — Казань: «Ихлас», 2013. — 303 с.
Публикациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Мин кайтырмын әле…» // Таң. — 1997. — 31 дек. — 4 б.
- Сабантуй в Берлине // Рассвет. — 2006. — 18 авг. — С.3.
- В Берлин — на сабантуй! // Рассвет. — 2010. — 16 июля. — С.4.
- Жара в Германии // Рассвет. — 2010. — 30 июля. — С.3.
- Об изысканиях, творчестве // Рассвет. — 2012. — 2 марта. — С.7.
- Аҡ сирен сәскәһе...(недоступная ссылка)// Башҡортостан. — 2015.
- Ветка белой сирени… // Рассвет. — 2015. — 15 июля. — С.3.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Фильм Насура Юрушбаева «Звуки курая над Сеной» . Дата обращения: 4 ғинуар 2017.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Пути в режиссуру . Истоки (24 декабрь 2014). Дата обращения: 4 ғинуар 2017.(недоступная ссылка)
- ↑ Улар араһында немец яҙыусыһы Иоган Вольфганг Гёте үҙенең дуҫы Генрих фон Требергә 1814 йылдың ғинуарында яҙған хаты бар. Был хат хәҙерге ваҡытта Гёте әҫәрҙәре йыйынтыҡтыҡтарының 24-се томында ике битендә урынлаштырылған, унда яҙыусы үҙенең башҡорт яугирҙары менән Веймарҙа осрашыуы тураһында бик тулы мәғлүмәт бирә.
- ↑ Был 43 пластинканан торған аудиояҙмалар Берлиндағы Пруссия король китапханаһында һаҡлана.
- ↑ 5,0 5,1 Аралбаева Л. В Германии два башкирских фильма вызвали бурные дискуссии . ИА «Башинформ» (19 февраль 2016). Дата обращения: 4 ғинуар 2017.
- ↑ «Два узника: Джавит и Вальтер» . «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» (14 июль 2015). Дата обращения: 4 ғинуар 2017.
- ↑ Важдаева Н. Малая Европа большой России . LIFE (2 сентябрь 2016). Дата обращения: 4 ғинуар 2017.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Батисова С. «Два узника: Джавид и Вальтер» // Рассвет. — 2015. — 11 сент. — С. 1.
- «Голос моего отца» // Рассвет. — 2014. — 10 окт. — С. 2.
- Уразов А. Луки, стрелы… и звуки курая над Сеной// Рассвет. — 2012. — 31 окт. — С. 2.
- Уразов А. Родом из страны открытых ворот 2016 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған. // Рассвет. — 2015. — 14 авг. — С.2.
- Фильм восхитил немцев // Рассвет. — 2013. — 30 окт. — С. 2.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нәсүр Йөрөшбаев: фестивалгә ышанысым ҙур . Киске Өфө (24 ноябрь 2014). Дата обращения: 4 ғинуар 2017.
- Фильм Насура Юрушбаева «Звуки курая над Сеной» . Дата обращения: 4 ғинуар 2017.
- Пути в режиссуру . Истоки (24 декабрь 2014). Дата обращения: 4 ғинуар 2017.(недоступная ссылка)
- 1961 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Барҙы районында тыуғандар
- Алфавит буйынса журналистар
- XX быуат журналистары
- XXI быуат журналистары
- Рәсәй журналистары
- Германия журналистары
- Алфавит буйынса кинорежиссёрҙар
- XXI быуат кинорежиссёрҙары
- Рәсәй кинорежиссёрҙары
- Германия кинорежиссёрҙары
- Рувики:Ссылки на РУВИКИ.Медиа в статье и в РУВИКИ.Данных отличаются
- Ҡазан университетын тамамлаусылар
- Рус теленә тәржемәселәр
- Немец теленән тәржемәселәр