Фазлетдинов Камил Нәжми улы

Фазлетдинов Камил Нәжми улы (псевдонимы Камил Фазлый; рус. Фазлетдинов Камил Назмеевич, Камил Фазлый; 15 февраль 1949 йыл, Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Туҙлыҡыуыш ауылы23 июнь 2025 йыл) — уҡытыусы, мәктәп директоры, журналист, яҙыусы, шағир. 1997 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 2005 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005) һәм мәғариф отличнигы (1994). Фәтих Кәрим исемендәге (2000) һәм Динис Бүләков исемендәге (2009) әҙәби премиялар лауреаты. Бәләбәй районының почётлы гражданы (2017).

Биографияһы

Камил Нәжми улы Фазлетдинов 1949 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй районы Туҙлыҡыуыш ауылында тыуған[1].

Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймырҙа мәктәбендә башлай. Бер аҙ ваҡыт Бәләбәй ҡалаһының эске эштәр бүлегендә эшләй.

Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1975 йылда тамамлай һәм тыуған Туҙлыҡыуыш ауылы урта мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайта[2].

1983 йылдан ун бер йыл дауамында мәктәп директоры булып эшләй[3].

Мәғариф өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Шулай «Башҡортостан мәғарифы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә һәм Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсында Рәсәй Президенты премияһы лауреаты була. Педагогик эшмәкәрлектән тыш, Камил Нәжми улы оҙаҡ ваҡыт шиғриәт һәм проза жанрҙарында яҙыу менән шөғөлләнә. Уның әҫәрҙәре башҡорт һәм татар телдәрендә баҫыла. Яҙыусы-сатирик тип һанала, сөнки төп хеҙмәттәре — ул ябай тормошта йәмғиәттең мөһим проблемалары хаҡында бәйән иткән ҡыйыу әҫәрҙәр[4].

2017 йылда «Бәләбәй районының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелә[5].

Педагогик хеҙмәт ветераны һәм әҙип 2025 йылдың 23 июнендә вафат булды[6].

Китаптары

• Бүрек фикере: поэма һәм шигырьләр. — Уфа, 2004;
• Һәр берегез бәхет бөртегем: шигырьләр. — Уфа, 2015;
• Тәпәләй ауылы яңылыҡтары: повестар һәм хикәйәләр. — Өфө, 2016.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005);
• Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994);
• Фәтих Кәрим исемендәге премия (2000);
• Динис Бүләков исемендәге (2009);
• Бәләбәй районының почётлы гражданы (2017).

Иҫкәрмәләр

  1. Фазлый Камил — Центральная библиотека (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2021.
  2. Лейла Аралбаева. В Башкирии ушел из жизни писатель и педагог Камил Фазлый. Башинформ (23 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.
  3. Камиль Фазлый: с годами все острей его перо (К 65-летию со дня рождения писателя-сатирика). www.bashinform.ru (15 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2021.
  4. Фазлый Камил // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Официальный сайт Администрации Белебеевского района. Почётные граждане / ФАЗЛУТДИНОВ КАМИЛ НАЗМЕЕВИЧ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 июнь 2022)
  6. Лейла Аралбаева. В Башкирии ушел из жизни писатель и педагог Камил Фазлый. Башинформ (23 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.

Әҙәбиәт

• Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2025);
• Камил Фазлый // Писатели земли башкирской : справочник / [сост. Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина; отв. ред. Р. Н. Баимов]. — Уфа : Китап, 2006. — 495 с. : портр. — Тит. л., текст парал. рус., англ. — 3000 экз. — с. 393.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2025).