Капатов Игорь Альбертович
Игорь Альбертович Капатов (1953 йылдың 19 авгусы, Горький — 2024 йылдың 29 феврале) — совет һәм Рәсәй актёры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1983). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982).
Биографияһы
1953 йылдың 19 авгусында Горький ҡалаһында тыуған.
1977 йылда — Горький театр училищеһын (педагогы Ю. М. Копылова), 1986 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогы Ғ. Ғ . Ғиләжев) тамамлай.
Горький училищеһын тамамлағас — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында, 1982 йылдан — Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрында, 2001 йылдан башлап Мәскәүҙә үҙәк телевидениела эшләй. Үткер характерлы ролдәр артисы[1].
Режиссер, сценограф, костюмдар буйынса рәссам булараҡ билдәле. Ырымбур, Өфө, Ижевск ҡалалары драма театрҙарында спектаклдәр ҡуя.
2001—2016 йылдарҙа «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!» телетапшырыуында Мишутка ролендә сығыш яһай (тауышландыра)[2].
И. А. Капатов 2024 йылдың 19 авгусында Мәскәүҙә вафат була[3][4].
Ғаиләһе
Ҡатыны Людмила Полянская (Капатова), никахта бер улдары бар[5].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Абрам Шварц («Матросская тишина» — Галич А. А.);
- Анучкин («Женитьба», — Гоголь Н. В.);
- Башмачкин («Ах, Невский!» — Гоголь Н. В.);
- Баян («Ҡандала» — В. Маяковский. В.);
- ағай («Енәйәт һәм яза» — М. М. Зощенко.);
- Бронников («Иҫке йорттағы биш романс» — В. Арро);
- Бумбараш («Бумбараш» — Ю. Ким, В. Дашкевич (А.Гайдар буйынса));
- Витюша («Ҡәҙерле Елена Сергеевна» — Л. Разумовская);
- Войницкий («Ваня Ағай» — Чехов А. П.);
- Момун бабай («Аҡ пароход» — Сыңғыҙ Айытматов);
- Джек («Бөтәһе лә баҡсала» — Олби. Э.);
- Задарин («Петербург фатирҙары» — Кони Ф. А.);
- Игорь («Ул үлгәнсе» — Птушкина Н.);
- кенәз («Касатка» — А. Н. Толстой);
- Крогстад («Өң» — Г. Ибсен);
- Лестер («Ваша сестра и пленница» — Разумовская Л.);
- Мартин Дайзерт («Эквус» — Шеффер. П.);
- Йәш кеше («Дуҫтар» — Абэ К.);
- Мэкки-бысаҡ («Трехгрошовая опера» — Брехт Б.);
- Наркис («Ҡайнар йөрәк» — Островский А. Н.);
- Нюнин («Туй» — Чехов А. П.);
- Призрак («Кентервильск өрәге» — О. Уайльд буйынса);
- Прометей («Ташлама утты, Прометей» — М. Кәрим);
- Хоҙай («Илаһи комедия» — И. Шток);
- Сол («Ҡәҙерле Памела» — Патрик Дж.);
- Тартюф («Тартюф» — Мольер Ж.-Б.);
- Химик («Колыма» — Дворецкий И. М.);
- Шаргай («Тупһа» — А. Дударев);
- Эдуард Полумбо («Утешитель вдов» — Д. Маротта, Рандоне Б.);
- Экзюпери («Сүл өҫтөндәге йондоҙҙар» — А. Баранов);
- Яша («Сейәле баҡса» — Чехов А. П.)
Тауышландырыу
2005 — Гора самоцветов: Оло әтәс, автор текстары һәм бөтә ролдәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1988);
- "Театр яҙы"республика фестивалендә икенсе пландағы иң яҡшы роль өсөн приз — «Һинең Һеңлең һәм әсир…» спектаклендә граф Лестер роле өсөн[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Игорь Капатов: «Играть Мишутку – большой актерский кайф!» Вакансия.ру (18 март 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2022. Архивировано 25 ғинуар 2022 года.
- ↑ Народный артист Башкирии Игорь Капатов променял бандита на Мишутку. Без формата (10 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2022. Архивировано 12 июнь 2018 года.
- ↑ Жена актёра Игоря Капатова сообщила причину смерти мужа (рус.). regnum.ru (1 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2024.
- ↑ Лаура Кеффер. Умер Игорь Капатов, озвучивший Мишутку в «Спокойной ночи, малыши!» Коммерсантъ (1 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2024.
- ↑ Супруга актёра Капатова раскрыла обстоятельства его смерти. Smolnarod. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
- ↑ Ушел из жизни Игорь Капатов. Русский академический театр драмы Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
Һылтанмалар
- Капатов Игорь Альбертович. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2017. 2017 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған.