Киев (аэропорт)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Киев
Административ-территориаль берәмек Жуляны[d] и Соломенский район[d]
Дәүләт
Код аэропорта ИКАО UKKK
Обслуживаемый город Киев
Пассажиропоток 2 812 300[1]
Рәсми сайт airport.kiev.ua
Хөрмәтенә аталған Киев и Игорь Иванович Сикорский[d]
Код аэропорта ИАТА IEV
Состояние использования используется[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 180 метр
Рәсем
Рәсми асылған ваҡыты 1924
Взлётно-посадочная полоса 08/26[2]
Логотип
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Игорь Иванович Сикорский исемендәге «Ки́ев» аэропорты[3] (көнкүрештә Жуля́ны, укр. Жуляни) —Киевтағы халыҡ-ара аэропорт. Игорь Иванович Сикорский хөрмәтенә аталған.

Аэропорт территорияһы 265 гектар майҙанды биләй. 2310 оҙонлоғондағы һәм 45 метр киңлегендәге бер осоу-ултырыу һыҙаты (ВВП)[4] (реконструкцияға тиклем — 1800 м һәм 49 м) бар. Шулай уҡ был осоу-ултырыу һыҙаты ҡулланырға аэродром территорияһында 410-сы граждандар авиацияһы заводы тарафынан файҙаланыла[5]. Аэропорт хужаһы— эшҡыуар В. И. Хмельницкий. Яҡында Киев-Волынский тимер юл станцияһы. Аэропорт пассажирҙарын 9-сы һәм 22-се троллейбустары маршруты, шулай уҡ 565-се такси маршруты хеҙмәтләндерә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1924 йылға тиклем Укрвоздухпуть Совет Украинаһы күгендә даими пассажирҙар ташыуҙы башлау өсөн бөтә кәрәкле нәмәләрҙе әҙерләне. Төп пункт Харьковта ҙур тимер-бетон ангар һәм оҫтаханалар бүлмәләре ҡорола. Унан Харьков - Полтава - Киев һәм Харьков - Полтава - Кременчуг - Одесса һауа маршруттары үткән.

Бер нисә ҡалала пассажир аэродромдарын йыһазландырырға кәрәк булған. Киевта был маҡсатҡа Жуляны ауылы (хәҙер - ҡала эсенә инә) янындағы хәрби осоу ҡыры яраҡлаштырылған. 1924 йылдың 25 майында бында Харьковтан Укрвоздухпути «Красный химик» («Дорнье Комета» системалары) самолёты һынау рейсы менән килә. Осош 3 сәғәт 20 минут тәшкил иткән. Июндең тәүге көндәренән һәр йүнәлештә аҙнаһына ике тапҡыр Харьковтан Киевҡа һәм кирегә даими осоштар башлана. Ул ваҡытта әле аэропорт булмай - осоу майҙаны ғына була.

Иҫке пассажирҙар терминалы, 2013 йылдың уртаһына тиклем эске терминал булып хеҙмәт иткән

1930 йылдарҙа Киевтың төп аэропорты Бровар аэропорты булған, 1941 йылда немецтар уны юҡ иткән.

1949 йылда яңыртылған Крещатик авторҙарының береһе - архитектор Виктор Елизаровтың проекты буйынса яңы аэровокзал төҙөлгән.

Киевтың «һауа ҡапҡалары» атамаһында «Жуляны» тигән һүҙ башта юҡ ине. 1920-се йылдарҙа «аэродром в Посту-Волынском», 1940-1950 йылдарҙа «аэропорт на Чоколовке» йәки «Киевский аэропорт» тип аталған, сөнки Украинаның баш ҡалаһында Аэрофлот өсөн берҙән-бер булған. Ул СССР-ҙың төрлө төбәктәренән пассажирҙар һәм йөктәр ташыған самолёттар ҡабул иткән. Жуляны аша Мәскәүҙән социалистик лагер дәүләттәренең баш ҡалаларына халыҡ-ара рейстар башҡарылған.

«Жуляны аэропорты» исемен рәсми рәүештә 1960-сы йылдарҙа Борисполдә яңы аэропорт төҙөлгәндән һуң ҡуллана башлайҙар. Жуляны ҡасабаһы Киевҡа ҡушылғандан һуң, аэропорт Киев халыҡ-ара аэропорты тип үҙгәртелә.

Киев ҡалаһын үҫтереүҙең генераль планы менән 2025 йылға тиклем «Киев» аэропортын артабан үҫтереү ҡаралған («Жуляны»)[6].

Василий Хмельницкий аэропортҡа терминалдар төҙөүгә[7] $70 миллион доллар аҡса һалыуын һәм өҫтәп $50 миллион доллар кредит алғанын, аэропорттың һөҙөмтәле булыуына ирешергә теләүен белдерҙе.

2009 йылдың тәүге яртыһында осоу-ултырыу һыҙатын реконструкциялау тамамланды һәм ауырыраҡ Boeing 737 һәм Airbus А320 самолёттарын ҡабул итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. 2009 йылдың 11 майынан аэропорт тәүлек әйләнәһенә эшләй башланы. Аэропорт халыҡ-ара статусҡа эйә. 2012 йылдың 17 майында сәғәтенә 320 пассажирҙы хеҙмәтләндергән яңы «А» терминалы асылды, ул аэропорттың иң ҙур терминалы булды. Терминалдың эсендә 4 ресторан, 5 бар, 3 Duty Free магазины, ике балалар бүлмәһе, ябай һәм бизнес залдары эшләй.

Аэропорт Киев ҡалаһының коммуналь милкендә тора, әммә 2005 йылда Халыҡ-ара бәләкәй һәм коммерция авиацияһы аэропортын булдырыу өсөн объектты Транспорт һәм элемтә министрлығына яңынан күсерергә маташалар. Ерҙең ҡиммәт булыуына бәйле,[8] Киевта шулай уҡ аэродромды һүтеү һәм Жулянынан «Антонов» йәки Васильков Авиабазаһы ҡала яны аэропорттарына рейстарҙы күсереү пландары тураһында ла әйтелде.

Аэропорт территорияһында Украиналағы иң ҙур авиация музейы урынлашҡан, унда асыҡ һауалағы майҙансыҡта граждандар һәм хәрби авиатехниканың бик күп өлгөләре ҡуйылған.

ЕВРО-2012 чемпионаты башланыр алдынан бөтә халыҡ-ара рейстарҙы хеҙмәтләндергән «А» Халыҡ-ара терминалы төҙөлдө. Шулай уҡ 2013 йылда «Д» эске рейстар терминалы һәм «Б» бизнес терминалы файҙаланыуға тапшырылды. Бөтә терминалдар ҙа шәхси идаралыҡҡа тапшырылған.

2011 йылдың 27 мартында Жуляны аэропорты аша рейстарҙы, үҙенең базаһын үҙгәртеп, һауа судноларын Борисполь аэропортынан бында күсергән, Wizz Air авиакомпанияһы башҡара. 2013 йылдың 15 сентябрендә Flydubai авиакомпанияһы (DXB) Жулянынан Дубайға тура рейс асты. Рейс аҙнаһына 14 тапҡыр, көнөнә ике тапҡыр башҡарыла.

Заказ биреүселәр һәм тәғәйенләнгән пункттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2021 йылдың 5 авгусына ҡарата:

Авиакомпания Тәғәйенләнгән пункт
Bees Airline чартер рейстар
Bravo Airways Амман, Бейрут, Тәһран
Buta Airways Гейдар Алиев исемендәге Баҡы аэропорты
Ernest Airlines Бергамо, Болонья, Генуя, Милан (Мальпенса), Неаполь, Рим
LOT Варшава
Мотор Сич Запорожье, Львов, Одесса, Ужгород
Pegasus Airlines Анкара, Бодрум, Измир
УРГА чартер рейстар
Vueling Airlines Барселона
Wizz Air Афины, Берлин, Биллунн, Братислава, Бремен, Будапешт, Варшава, Вена, Вильнюс, Вроцлав, Һанновер, Гамбург, Гданьск, Дортмунд, Катовице, Кёльн/Бонн, Копенгаген, Краков, Ларнака, Лейпциг, Лиссабон, Лондон — Лутон, Люблин, Мемминген, Нюрнберг, Познань, Рига, Салоники, Таллин, Франкфурт
YanAir Батуми, Одесса, Тель-Авив (Бен-Гурион)

Фажиғәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1957 йылдың 17 авгусында аэропорт эргәһендә ике Ил-14 самолёты бәрелешә. 15 кеше һәләк булған[9].
  2. 1976 йылдың 17 декабрендә Черновцы - Киев маршруты буйынса даими рейс яһаған Ан-24 самолёты ултырырға ингәндә һәләкәткә осрай. Ул төндә, көн аяҙлы-болотло, ҡар ҡатыш ямғыр, боҙлауыҡ һәм томан шарттарында ултыртылған. Күреү мөмкинлеге - 600 метр. Күреү мөмкинлегенең 700 метрға кәмеүе тураһында мәғлүмәт вертикаль тиҙлек иҫәп тотолғанға ҡарағанда кәмей башлағаны экипажға еткерелмәгән була. Ан-24 осоу-ултырыу һыҙатынан 2500 метр алыҫлыҡта глиссада киҫелешендә юғары вертикаль тиҙлек менән төшөүен дауам итә. Экипаж, ер менән визуаль бәйләнеше булмағанлыҡтан, ҡарар ҡабул итеү бейеклегендә икенсе түңәрәккә күсмәгән. Осоу-ултырыу һыҙатынан 1265 метр алыҫлыҡта самолёт Ближний приводной радиомаяктың (БПРМ) бетон ҡоймаһына бәрелгән, һуңынан, тағы 115 метр осоп барғанда, тимер юл өҫтөнән төшөп, емерелгән һәм янған. Борттағы 55 кешенең 48-е һәләк булған.
  3. 2007 йылдың 9 декабрендә осоу-ултырыу һыҙатынан 400 метр алыҫлыҡта ултыртыуға ингәндә Beechcraft King Air C90A төбәк самолёты һәләкәткә осрай.
  4. Ултыртырға ингән саҡта 2018 йылдың 14 июнендә MD-83 (АК "Bravo Airways", регистрационный номер UR-CPR) осоу-ултырыу һыҙатынан төшөп киткән[10]). Аварияла бер кем дә зыян күрмәгән, ләкин самолёт иҫәптән төшөрөлгән.
  5. 2019 йылдың 12 июлендә «Белавиа» компанияһының Минскиҙан B2847 рейсын башҡарған борт номеры EW 336PA булған Boeing 737-300 самолёты һауаға күтәрелеү-ултырыу һыҙатынан төшкән. Борттағы 139 пассажирҙың һәм 5 экипаж ағзаһының барыһы ла иҫән-һау. Самолёт бер аҙ зыян күргән[11]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Транспорт Киева Ҡалып:Аэропорты-полумиллионники Украины Ҡалып:Аэропорты Украины