Клепинин Валерий Николаевич

Клепинин Валерий Николаевич (16 декабрь 1944 йыл) — композитор, дирижёр, педагог. 1995—2004 йылдарҙа Баймаҡ сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы; 2005 йылдан — Красноярск крайының Назаров төҙөлөш техникумы академик хорының художество етәксеһе һәм дирижёры, 2014 йылдан — Ачинск ҡалаһының 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. 1980 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2002).

Биографияһы

Валерий Николаевич Клепинин 1944 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ының[1] Баймаҡ ҡалаһында тыуған[2].

Тәбиғәттән бик яҡшы музыкаль ишетеү һәләте булғанлыҡтан, мәктәп хорында йырлай, шунда уҡ матур тауышы менән айырылып тора.

1964 йылда Өфө сәнғәт училищеһының хор-дирижёр бүлеген тамамлай. Бер нисә йыл һөнәре буйынса эшләй һәм композиторлыҡҡа уҡырға ҡарар итә. Был йылдарҙа төрлө жанрҙа ижад итеп ҡарай һәм бер нисә музыкаль әҫәр яҙа[3].

1968 йылда Одесса консерваторияһына уҡырға инә, унда фортепиано (С. Л. Могилевская класы) һәм композиторлыҡ (Т. С. Сидоренко-Малюкова класы) факультеттарында уҡый. 1973 йылда билдәле композитор Тамара Сидоренко-Малюкованың композиция класы буйынса консерваторияны тамамлай[2]. Педагог студентын классика һәм сағыу милли колорит берләштергән әҫәрҙәр ижад итеүгә көйләй[3].

Махсус юғары белемле йәш композитор йүнәлтмә буйынса Красноярск крайының төньяғында урынлашҡан Норильск ҡалаһына ебәрелә. Бында 1973—1981 йылдарҙа музыка училищеһының музыкаль-теоретик дисциплиналар уҡытыусыһы булып эшләй. Төньяҡ халыҡтарының мәҙәниәтен, уларҙың милли музыкаль фольклорын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. «Северная элегия», «Легенда» һәм «Моя Таймырия» тип исемләнгән вокаль циклдар ижад итә, уларға төньяҡ һәм Себер халыҡтары әҙиптәре шиғырҙарына 20-нән ашыу романс, шулай уҡ оркестр менән фортепиано өсөн долгано-эвенк темаларына рапсодия инә[3].

1980 йылда музыкаль ижадының беренсе күләмле өлгөһөн — хакас халыҡ риүәйәттәренә нигеҙләнгән «Саян легендаһы» балетын тамашасыларға тәҡдим итә. Авторҙың үҙе әйтеүенсә, балет өҫтөндә эшләү ғәжәп еңел була, сөнки хакас музыкаһы уға бала сағынан яҡшы таныш башҡорт халыҡ көйҙәрен ныҡ хәтерләтә[3].

1980 йылда ижадсы СССР Композиторҙар союзына ағза итеп ҡабул ителә[2].

1982 йылдан Красноярскиҙа йәшәй, урындағы хореография училищеһында уҡыта, ҡала мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы үҙешмәкәр хор коллективы менән етәкселек итә. Уның «Кот в сапогах», «Девушка-гусар», «Три поросенка и три медведя» һәм «Носорог и жирафа» мюзиклдары, драма спектаклдәренә музыкаһы тамашасыларҙа даими уңыш менән файҙалана[3].

1995—2004 йылдарҙа Баймаҡ сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ижадсының Сибайҙа ойошторған хәйриә концерты ҡаланың мәҙәни-музыкаль тормошонда мөһим ваҡиға була: концерттан алынған аҡсаны композитор мәсет һәм сиркәү төҙөү фондына тапшыра[3].

2005 йылдан — Красноярск крайындағы Назаров төҙөлөш техникумы академик хорының художество етәксеһе һәм дирижёры[4].

2014 йылдан — Красноярск крайы Ачинск ҡалаһының 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, Красноярск ҡалаһында йәшәй[4].

Китаптары

• Родные просторы: песни. Красноярск, 1993;
• Позови меня, море...: песни. Иркутск, 2003.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2002)[2]