Корунец Пётр Григорьевич
Корунец Пётр Григорьевич (22 июль 1924 йыл — 3 июнь 2013 йыл) — табип. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан Нуриман районындағы Ҡыҙылъяр район үҙәк дауаханаһының күҙ табибы, баш табибы; 1963—1984 йылдарҙа Күмертау район үҙәк дауаханаһының баш табип урынбаҫары һәм баш табибы. I (1985) һәм II (1944) дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» (1978) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Пётр Григорьевич Корунец 1924 йылдың 22 июлендә хәҙерге Краснодар крайының Кущевский районы Красное ауылында[1] тыуған[2].
Юғары белемле табип: 1952 йылда Ростов медицина институтын тамамлаған[2].
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, һабаҡташтары менән бергә станцияға дежурҙа була, дошман бомбардировщиктары һөжүменән һуң сыҡҡан янғындарҙы һүндереүҙә ҡатнаша[3].
1942 йылда урта мәктәптең ун класын тамамлай.
Шул уҡ йылда Ҡыҙыл Армияға хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм хәрби комиссариат уны Дағстандың Буйнаҡ ҡалаһындағы хәрби училищеға уҡырға ебәрә. Унда уҡыу ҡыҫҡартылған программа буйынса алып барыла, тиҙҙән лейтенант Корунец 3-сө Украина фронты составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша башлай. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 1944 йылда 2-се дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була[2].
1945 йыл башындағы алыштарҙың береһендә офицер ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡандан һуң, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла. Госпиталда ятҡанда ул кеше һаулығы һағына баҫырға ҡарар итә һәм 1946 йылда Ростов медицина институтына уҡырға инә. Бындағы уҡытыусылар студенттарын земство табиптары программаһы буйынса әҙерләй, уларҙы медицинала универсаль итергә тырыша[3].
1952 йылда йәш белгес йүнәлтмә буйынса Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Ҡыҙылъяр район үҙәк дауаханаһына эшкә ебәрелә. Махсуслашыуы буйынса күҙ табибы — офтальмолог булһа ла, иртәнән кискә тиклем төрлө операциялар яһай, теш дауалай. Шулай ҙа төп иғтибарын ул осорҙа халыҡта киң таралған трахома сире менән көрәшеүгә йүнәлтә. Ике йылдан һуң дауахананың баш табибы итеп тәғәйенләнә[2].
1963 йылдан Пётр Григорьевичты Күмертау ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары итеп күсерелә, 1964 йылда баш табип итеп үрләтелә[2].
1975—1984 йылдарҙа — Күмертау һәм Көйөргәҙе районының баш табибы. Был йылдарҙа невропатолог һөнәре буйынса махсуслашыу үтә. Артабан «Ашығыс ярҙам» станцияһы мөдире һәм медицина-социаль экспертиза бюроһы эксперты булып эшләй[3].
Һуғыш һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны 2013 йылдың 3 июнендә Күмертауҙа вафат була һәм ошо ҡалала ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хәтер
• 2014 йылдың 8 майында Күмертау ҡалаһы үҙәк дауаханаһында Пётр Григорьевич Корунец иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыла[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ҡайһы бер башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Степная станцияһы ҡасабаһында
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 СВЕДЕНИЯ о юбилейных датах учреждений, организаций города г. Кумертау на 2024 год. МБУ Архив г.о. г.Кумертау (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2025)
- ↑ 1 2 3 Городская больница города Кумертау. Памяти медиков Великой Отечественной войны. Врач Корунец Петр Григорьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2025)
- ↑ Мемориальная доска памяти Корунец. Государственное бюджетное учреждение здравоохранения Республики Башкортостан «Городская больница города Кумертау». Официальный сайт. 8 мая 2014 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2025)
Һылтанмалар
• СВЕДЕНИЯ о юбилейных датах учреждений, организаций города г. Кумертау на 2024 год. МБУ Архив г.о. г.Кумертау (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2025)
• Государственное бюджетное учреждение здравоохранения Республики Башкортостан «Городская больница города Кумертау». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2025)
• Городская больница города Кумертау. Памяти медиков Великой Отечественной войны. Врач Корунец Петр Григорьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2025)