Косолапов Филипп Макарович
Филипп Макарович Косола́пов (1919 йылдың 9 ғинуары, Волков, Өфө районы — 1994 йылдың 7 авгусы, Чернигов ҡалаһы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, авиация дивизияһының эскадрилья командиры, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
Филипп Макарович (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, Маркович) Косолапов 1919 йылдың 9 ғинуарында Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Волков ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тулы булмаған урта мәктәптең 7 класын тамамлаған. Нефть ҡыуыу заводында эшләй. Өфөлә аэроклуб тамамлай.
1938 йылдың декабренән Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. 1940 йылда Чкалов хәрби авиация летчиктар мәктәбен тамамлай. Лейтенант М. Ф. Косолапов 1942 йылдың сентябренән хәрәкәт итеүсе армияла. 1943 йылдың ноябренә тиклем 2-се гвардия истребителдәр авиация полкында хеҙмәт итә. Аҙаҡ, һуғыш аҙағына тиклем, 937-се истребителдәр авиация полкында. Бөтәһе 300-гә яҡын хәрби осош яһай, 33 һауа һуғышында үҙе дошмандың 11 самолетын һәм иптәштәре төркөмө менән — 9 самолетты бәреп төшөрә.
Һуғыштан һуң Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә. 1955 йылда Хәрби-һауа академияһын тамамлағай. 1957 йылдан алып полковник Ф. М. Косолапов — запаста. Чернигов ҡалаһында йәшәй.
1994 йылдың 7 авгусында вафат була.
Батырлығы
«1943 йылдың авгусына 2-се гвардия истребителдәр авиация полкының (Көнбайыш фронт 1-се һауа армияһы 2-се истребителдәр авиация корпусы 322-се истребителдәр авиация дивизияһы) эскадрилья командиры, гвардия өлкән лейтенанты М. Ф. Косолапов 107 хәрби осош яһай, 25 һауа һуғышында шәхсән үҙе дошмандың 8 самолетын һәм төркөм составында — 6 самолетты бәреп төшөрә».
Дошман менән алышта күрһәткән ҡыйыулығы һәм хәрби батырлығы өсөн, 1943 йылдың 2 сентябрендә, Косолапов Филипп Маркович Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (02.09.1943)[2].
- «Алтын Йондоҙ» Миҙалы,
- Ленин ордены (02.09.1943).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (08.07.1943)[3].
- III дәрәжә Кутузов ордены.
- Александр Невский ордены (19.08.1943)[4].
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[5].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.01.1943)[6].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1954).
- Миҙалдар.
Хәтер
- Ф. М. Косолапов Зелёна-Гура (Польша) ҡалаһының почетлы гражданы булған.
- Уның исеме Өфө аэроклубын тамамлаусылар — Советтар Союзы Геройҙарыныңмемориаль таҡтаһына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Өфө районы
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 23, л. 575, 576).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 566, л. 3, 25, 26).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 772, л. 2, 4—6).
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 753, л. 4, 10, 11).
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.
Һылтанмалар
- Косолапов Филипп Макарович. «Герои страны» сайты.
- Красные соколы. Советские лётчики 1936—1953. Косолапов, Филипп Макарович
- Косолапов Филипп Макарович. «Герои страны» сайты.
- Республиканский музей Боевой Славы: Косолапов Филипп Макарович.
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Косолапов Филипп Макарович
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Косолапов Филипп Макарович