Кузнецов Анатолий Васильевич
Кузнецов Анатолий Васильевич (3 май 1923 йыл — ??) —сәнәғәт, партия органдары һәм фән өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1961 йылдарҙа Өфө «Электроаппарат» заводы директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты, Сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе.
Биографияһы
Кузнецов Анатолий Васильевич 1923 йылдың 3 майында Украина ССР-ының Херсон ҡалаһында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1951 йылда Одесса электротехник институтын тамамлаған.
1941—1945 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1945—1951 йылдарҙа Одесса электротехник институтында уҡый. Юғары һөнәри белем алғас, Өфө ҡалаһында төҙөлөш-монтаж идаралығында начальник, Өфө элемтә идаралығында баш инженер, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
1955—1957 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында инструктор.
1957—1961 йылдарҙа Өфө «Электроаппарат» заводының директоры.
1961 йылда партияның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире.
1988—1991 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһында бүлек мөдире
[1].
Өфө ҡалаһының Совет районы 59-сы Володар һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе [2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104