Көнбайыш Урал тимер юлы
Көнбайыш Урал тимер юлы | |
Ахыры | Чусовская[d] и Баҡал (Силәбе өлкәһе) |
---|---|
Дәүләт | |
Рәсми асылған ваҡыты | 6 октябрь 1916 |
Көнбайыш Урал тимер юлы (рус. Западно-Уральская железная дорога) — Рәсәй империяһының, һуңынан РСФСР-ҙың тимер юлы. Пермь тимер юлының Лысьва станцияһын һәм Һамар-Златоуст тимер юлының Бирҙәүеш станцияһын тоташтыра[1].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Юлды проектлау һәм төҙөү 1911—1916 йылдарҙа бара. 1913 йылда «Көнбайыш Урал тимер юлдары акционерҙар йәмғиәте» тарафынан төҙөлә башлаған[2]. Юл Урал тауҙарының көнбайыш битләүе буйлап Урта һәм Көньяҡ Уралдабара (атап әйткәндә, Барҙы һыртынан), оҙонлоғо 490 саҡрым самаһына етә. Төбәк тау тармаҡтары һәм сағылдарына бай булғанға, төҙөүселәрҙең эше күпкә ҡатмарлаша. Макушин мороно аша тоннель төҙөлә, күперҙәр (30 тимер, 127 — тимер-бетон тороҡло), һыу ағымдары аша 340 таш торба һәм юлды күтәртеп күп һанлы өйөмдәр һалына.
Юл 1916 йылдың 16 октябрендә асылған. 1919 йылдың сентябрендә Пермь тимер юлы составына инә[1][3]. 1934 йылдан Свердловск тимер юлы (Лысьва — Михайловский Завод) һәм Көньяҡ Урал тимер юлы (Сказ — Бирҙәүеш участкалары) составында.
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы барғанда юл буйлап ҡаршы яҡтар араһында яуҙар үтә, улар тимер юлды хәрәкәт итеү өсөн файҙалана[4].
1991 йылға тиклем элекке Көнбайыш Урал тимер юлдары участкалары ярайһы уҡ әүҙем файҙаланыла. Бер остан икенсеһенә тиклем Чусыу (Чусовская станция) — Баҡал пассажир поезы йөрөй, Силәбе-Үҙәк һәм Өфө станцияларына тиклем хәрәкәт бара. Тәүлегенә 11-13 пар йөк поезы үтә. Локомотив депоһы Наҙы-Петровск, Кузино станцияларында булған. Һуңынан Наҙы-Петровскиҙағы 6 локомотив депо нигеҙендә Силәбе заводы филиалы булдырыла. Кузино депоһы бөтөрөлә.
Әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Юл Урал төбәктәрендәге суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтарының, атап әйткәндә: Михайловск, Шәмәхә, Наҙы-Петровск, Ҡуҫы заводтарының эшмәкәрлеген тәьмин итеү, әҙер продукцияны сығарыу өсөн төҙөлә. Быға тиклем продукция Ҡариҙел йылғаһы буйлап һыу транспорты менән ташылған. Бынан тыш, юл Пермдән Өфө, Һамар, Ырымбурға һәм кирегә арауыҡты ярайһы уҡ кәметә, шуғаса поездар ул ҡалаларға Екатеринбург һәм Силәбе ҡалалары аша йөрөгән[2].
Артабан, СССР осоронда ла, тимер юл буйында урынлашҡан ауыл хужалығы һәм урман сәнәғәте предприятиеларын тәьмин итеү өсөн файҙаланыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Уральская горнозаводская железная дорога
- Северо-Восточная Уральская железная дорога
- Көньяҡ Урал тимер юлы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 История строительства Свердловской железной дороги(недоступная ссылка), РЖД (Российские железные дороги)/Свердловская железная дорога.
- ↑ 2,0 2,1 Казаков А. Л. и др. Уральский исток Транссиба: история Южно-Уральской железной дороги // Челябинск: Авто Граф. — 2004. — 408 с. С. 78. ISBN 5-98518-004-2.
- ↑ История района . Официальный сайт Нязепетровского муниципального район. Дата обращения: 7 август 2014. Архивировано 13 апрель 2014 года. 2014 йылдың 13 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Был страшный бой 2017 йылдың 5 сентябрь көнөндә архивланған., Статья в газете «Нязепетровские вести», № 61 (214), 07.08.2015 г., с. 4.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «История строительства Свердловской железной дороги» на сайте РЖД 2015 йылдың 17 ғинуар көнөндә архивланған.
- Ганькин В. Близкий юбилей Западно-Уральской // Городок. — 2013. — 11 январь (№ 2). — С. 20—21.
- Весновский В.А. По Западно-Уральской железной дороге (Путеводитель) // Пермские ведомости. — 1916—1971. — № 257, 258, 271, 277, 278, 4, 8.
- «Южно-Уральская железная дорога» на сайте «Рустрана» 2021 йылдың 23 апрель көнөндә архивланған.
- [chel-portal.ru/?site=encyclopedia&t=zapadnouralskaya-zheleznaya-doroga&id=4120 «Западно-Уральская железная дорога» на портале Челябинской области]
- Фотоблог на участке Бердяуш — Нязепетровская. 25.03.2012 г.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «История строительства Свердловской железной дороги» на сайте РЖД 2015 йылдың 17 ғинуар көнөндә архивланған.
- Ганькин В. Близкий юбилей Западно-Уральской // Городок. — 2013. — 11 январь (№ 2). — С. 20—21.
- Весновский В.А. По Западно-Уральской железной дороге (Путеводитель) // Пермские ведомости. — 1916—1971. — № 257, 258, 271, 277, 278, 4, 8.
- «Южно-Уральская железная дорога» на сайте «Рустрана» 2021 йылдың 23 апрель көнөндә архивланған.
- [chel-portal.ru/?site=encyclopedia&t=zapadnouralskaya-zheleznaya-doroga&id=4120 «Западно-Уральская железная дорога» на портале Челябинской области]
- Фотоблог на участке Бердяуш — Нязепетровская. 25.03.2012 г.