Латипов Ғабдрахман Хәким улы

Ғабдрахман Хәким улы Латипов (рус. Габдрахман Хакимович Латыпов; 1917 йылдың, Иҫке Бәшир ауылы, Өфө өйәҙе1945 йылдың 25 ғинуары, Вроцлав[d], Свободное государство Пруссия[d]) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудия командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Биографияһы

1917 йылда Өфө губернаһы Өфө өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районына ҡараған Иҫке Бәшир ауылында тыуған[1]. Урта белемле. Финанс испекторы булып эшләгән.

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына 1941 йылдың июнендә Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1943 йылдың майынан Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 3-сө, 2-се һәм 1-се Украина фронттарында хеҙмəт итə. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы[2].

78‑се уҡсылар корпусы 31‑се уҡсылар дивизияһы 32‑се артиллерия полкының орудие командиры сержант Латипов 1945 йылдың 25 ғинуарында Бреслау (хәҙерге Вроцлав, Польша) ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ Одер йылғаһы аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә[3]. Уның расчеты беренселәрҙән булып йылға аша сыға һәм плацдарм яулай[2].

Артилистарҙы кире сигендерергә тырышҡан дошман ғәскәре ун алты сәғәт эсендә ун ике тапҡыр контратака яһай, совет һалдаттарын даими мылтыҡ, пулемент, миномет утында тота. Шуға ҡарамаҫтан Ғабдрахман Латиповтың орудие расчеты дошманға өҙлөкһөҙ ут аса. Дошман контратакаларын кире ҡағырға, яулап алған плацдармды төп көстәр килгәнсегә тиклем тотоп ҡалырға ярҙам итә. Алыш ваҡытында дошмандың өс пулеметын һәм ике взводын юҡ итә. Дошмандың һуңғы контратакаһы ваҡытында сержант Латипов батырҙарса һәләк була[2][4].

Башта Штейне (Түбәнге Силезия, Германия) тораҡ пунктындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Һуңынан Вроцлав ҡалаһына (Түбәнге Силезия воеводствоһы, Польша), Дзялков урамындағы Сковроня Гура хәрби зыяратына күсерелеп ерләнә[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указы менән немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Сержант Латипов Ғабдрахман Хәким улына үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[5].

Наградалары

  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (10.04.1945)[5]
  • Ленин ордены (10.04.1945)[5]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (05.11.1944г., 30.01.1945г.)[5]

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 11 майындағы 207-се Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Хәким улы Латиповтың исеме Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы муниципаль районының Иҫке Бәшир ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[6];
  • Саҡмағош районы Саҡмағош ауылында һәйкәл ҡуйылған[1];
  • Иҫке Бәшир ауылында Советтар Союзы Геройы Г. X. Латипов тыуған һәм йәшәгән йортта музей асылған[1];
  • Йорт-музей фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1];
  • Иҫке Бәшир, Саҡмағош һәм Тайнаш ауылдарында урамдар Латипов исеме менән аталған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 И. Ғ. Кәримова. Латипов Ғабдрахман Хәким улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (21 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026.
  2. 1 2 3 4 Н. В. Уфаркин. Латыпов Габдрахман Хакимович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. (рус.)
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  4. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2026)
  5. 1 2 3 4 Латыпов Габдрахман Хакимович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 11 мая 2021 года № 207 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (11 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.