Минһажетдинова Лира Нәбиулла ҡыҙы

Минһажетдинова Лира Нәбиулла ҡыҙы (23 август 1935 йыл — 20 февраль 2024 йыл) — терапевт-ғалим, кардиолог, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—2003 йылдарҙа госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. 1984—1998 йылдарҙа Кардиологтарҙың Башҡортостан йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), Рәсәйҙең почётлы кардиологы (2007)[2].

Биографияһы

Лира Нәбиулла ҡыҙы Минһажетдинова 1935 йылдың 23 авгусында Ҡазан ҡалаһында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған. Тереғоловтар нәҫеленән[2]. Урта мәктәпте Өфө ҡалаһында тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, уны отличие менән 1960 йылда тамамлай. Республика клиник больницаһында табип-терапевт булып эшләй[2]. 1967 йылда аспирантураны ваҡытынан алда тамамлай, «Эпидемиология ишемической болезни сердца организованного населения г. Уфы» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. С 1967 йылдан алып эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы ассистенты, 1979 йылда госпиталь терапияһы кафедраһына доценты булып күсә. 1982 йылда «Артериальная гипертензия, выявление, профилактика и лечение среди рабочих и служащих промышленных предприятий г. Уфы» темаһына Мәскәүҙә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1983—2002 йылдарҙа — 1-се госпиталь терапия кафедраһы мөдире. 2002 йылда — ошо уҡ кафедра һәм ИПО терапияһы мөдире.

Профессор 2024 йылдың 20 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

Уның етәкселегендә 40-тан ашыу кандидатлыҡ һәм биш докторлыҡ диссертацияһы яҡлана. Тикшеренеү материалдары буйынса күп кенә халыҡ-ара конференцияларҙа, кардиологик конгрестарында, Рәсәй, республика конференцияларында сығыш яһай. Аспиранттар Мәскәүҙә үткән кардиология конгресстарында 1-се һәм 2-се урындар ала (Пушкарева А. Э., Камалетдинова Г. Я., Насибуллин Т. С.)[2]. 10 йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ҡарамағында «Здоровье населения РБ, вопросы профилактики» проблемаһы буйынса фәнни эш алып бара. Ошо ваҡыт арауығында 20 монография, 600 мәҡәлә баҫтырыла, шул иҫәптән 65 мәҡәлә үҙәк матбуғатта, алты мәҡәлә — сит ил журналдарында донъя күрә. Ике уйлап табыу авторы. Берлинда үткәрелгән Бөтә донъя кардиологтар конгресында, Швециялала, Австрияла, Төркиәлә Европа конгрестарында ҡатнаша. Бөтә Рәсәй кардиологтар йәмғиәте идаралығы, Артериаль гипертония лигаһы ағзаһы, ҡала һаулыҡ һаҡлау аттестацион комиссия ағзаһы. Кардиологтарҙың Башҡортостан йәмғиәте рәйесе (1984—1998)[2].

Төп баҫмалары (РФ УМО грифы ҡуйылған дәреслектәр, уҡыу әсбаптары)[4]

  • Вопросы диагностики в клинике внутренних болезней (учебное пособие с грифом УМО Министерства образования РФ), Уфа, 2004.-310 с.
  • Вопросы диагностики в клинике внутренних болезней. Издание 3-е переработанное и дополненное (учебное пособие с грифом УМО Министерства образования РФ). Уфа, 2006. — 465 с.
  • Вопросы диагностики в клинике внутренних болезней издание 5-е переработанное и дополненное (учебное пособие с грифом УМО Министерства образования РФ). Уфа, 2009.- 852 с.
  • Неотложные состояния в клинике внутренних болезней (учебное пособие с грифом УМО Министерства образования РФ)

Һылтанмалар