Маликов Фәрүҡ Ғүмәр улы
Маликов Фәрүҡ Ғүмәр улы (рус. Маликов Фарук Гумерович, 17 декабрь 1922 йыл — 20 декабрь 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө дәрәжә Дан ордены, 3-сө дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнеүсе[1].
Биографияһы
Фәрүҡ Ғүмәр улы Маликов 1922 йылдың 17 декабрендә БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Яуымбай ауылында тыуған.
Фәрүҡ Ғүмәр улы 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Һуғышта старшина дәрәжәһендә 100-сө танк бригадаһы автоматсылары батальонының миномет расчеты командиры хеҙмәт итә. Курск-Орел йүнәлешендәге алыштарҙа, Польша, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша.
1947 йылда демобилизацияла[2]. Һуғыштан һуң ВКП (б)-ның Бөрйән район комитеты инструкторы, 1950 йылдан алып тәьминәт бүлегендә эшләй. 1964 йылдан — район ҡулланыусылар кооперацияһының тауар белгесе, 1969—1990 йылдарҙа — Бөрйән районы буйынса СССР Дәүләт страховкалау идаралығы начальнигы.
Фәрүҡ Ғүмәр улы Маликов — Бөрйән районында ҡурайсылар ансамблен ойоштороусыларҙың береһе.
Фәрүҡ Ғүмәр улы 1990 йылдың 20 декабрендә вафат була һәм Иҫке Собханғол ауылы зыяратында ерләнә[3].
Улы — Маликов Рәмил Фәрүҡ улы — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы, профессор.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сығанаҡтар
- Маликов Фарук Гумерович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 332. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.