Марий Эл Республикаһы көнө
Мари́й Эл Респу́бликаһы Кө́нө — дәүләт байрамы Мари Эл Республикаһының. Йыл һайын 4 ноябрҙә билдәләнә.
Тарихы
1920 йылдың ҡышында Ҡазанда Халыҡтар эштәре буйынса халыҡ комиссариатының мариҙар буйынса Үҙәк бүлеге башланғысы менән мариҙарҙың актив эшмәкәрҙәре Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе уҙғарыла. Сара барышында йыйылыусылар мариҙар тығыҙ йәшәгән территорияларҙы административ берәмектәр булдырылыуы мөмкин ҡарай. Ул ваҡытҡа Татар-Башҡорт Совет Республикаһы һәм Башҡорт АССР-ы ойошторолған була, башҡа халыҡтар ҙа үҙҙәренең милли хәрәкәттәренә берләшә башлай һәм үҙ автономиялары тураһында уйлай башлай[1][2].
1920 йылдың йәйендә марий активистары Мари коммунистарының Бөтә Рәсәй конференцияһына йыйыла, унда В. А. Мухин доклады нигеҙендә артабанғы аҙымдарҙы билдәләй. Сара һөҙөмтәһендә Халыҡтар эштәре буйынса халыҡ комиссариатының марийҙар буйынса Үҙәк бүлеге етәксеһе С. А. Черняков документ проекттарын Совнаркомға тапшыра[1][2].
1920 йылдың 4 ноябрендә Совнарком һәм ВЦИК «Марий халҡының автономиялы өлкәһен булдырыу тураһында» декрет ҡабул итә. Документ территорияны, сиктәрҙе, административ үҙәкте, идара органдарын билдәләмәгәнгә күрә, шул уҡ йылдың 25 ноябрендә территориаль-идара мәсьәләләрен хәл итеү өсөн өҫтәмә декрет сығарыла. Документҡа ярашлы, автономиялы өлкә составына элекке Ҡазан губернаһының Краснококшайский һәм Козьмодемьянск өйәҙҙәре, Вятка губернаһының өлөштәре булған Уржум һәм Яран өйәҙҙәре, шулай уҡ Нижегород губернаһының Васильсурск өйәҙе индерелә. Баш ҡала итеп Краснококшайск һайлана[1][2].
Марий автономиялы өлкәһен булдырыу рәсми рәүештә революция комитеты тарафынан 1921 йылдың 1 мартында иғлан ителә, шуға күрә 1921 йылдан 1930 йылға тиклем байрам яҙҙың тәүге көнөндә билдәләнә[3][1].
1921 йылдың 21-24 июнендә Өлкә Советының беренсе съезы үтә, унда облисполкомдың – төбәк етәксе органы ағзалары һайлана. Уның тәүге рәйесе булып сәйәси эшмәкәр И. П. Петров тәғәйенләнә[2].
1929 йылдың 15 июлендә Мари өлкәһе яңынан төҙөлгән Нижегород крайына индерелә. 1936 йылдың 5 декабрендә был территориаль берәмек бөтөрөлә һәм Марий автономиялы өлкәһе уның составынан сығарыла, Марий АССР-ы булып үҙгәртелә[1][4].
1931 йылдан 1959 йылға тиклем Марий автономиялы өлкәһе барлыҡҡа килеү көнө 21 июндә билдәләнә — был көндө 1921 йылда беренсе өлкә Советы съезы асыла һәм ревком үҙенең вәкәләттәрен облисполкомға тапшыра[3].
1960 йылдан республиканың рәсми байрамы 4 ноябрҙә билдәләнә — марий халҡының автономиялы өлкәһен булдырыу тураһындағы декретҡа Владимир Ленин һәм Михаил Калинин ҡул ҡуйған көндә[5][3].
1990 йылдың 22 октябренән Дәүләт суверенитеты декларацияһына ярашлы республика Марий ССР-ы тип атала башлай, ә хәҙерге Марий Эл Республикаһы исеме 1992 йылдың 9 декабрендә ҡабул ителә[4].
Бөгөнгө көндә
Марий Эл Республикаһы көнө 4 ноябрҙә билдәләнә. Был байрамда төрлө саралар — концерттар, күргәҙмәләр, тематик осрашыуҙар үткәрелә, уларҙа күренекле шәхестәрҙе маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Байрам алдынан республиканың уҡыу йорттарында тыуған яҡ тарихы буйынса конкурстар һәм викториналар үткәрелә[5][6][7][8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Елена Яшметова. Мари Эл Республикаһы көнө: Марий иле тарихы биттәре, Информационный портал SM.news (3 ноябрь 2022). 25 октябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 Мари Эл Республикаһы. Мари автономияһына - 82 йыл, Регнум (01.11.2002). 25 октябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 В. Г. Востриков. 100 лет Марий Эл. Три даты в календаре – три вехи в становлении Марийской автономии. Национальная библиотека имени С.Г. Чавайна Республики Марий Эл (4 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2024.
- ↑ 1 2 Дата образования Республики Марий Эл. ВДПО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2024.
- ↑ 1 2 Мари Эл Республикаһы дәүләтселеге көнө, Кидшер (30 октябрь 2023). 25 октябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ День образования Республики Марий Эл 2024. Марий Эл и Йошкар-Ола. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2024.
- ↑ Т. Ю. Смирнова. "Знаешь ли ты свой край?". Межпоселенческая центральная библиотека Советского района Республики Марий Эл (3 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2024.
- ↑ Лилиана Гарифуллина. День Республики Марий Эл 2022, что будет на День народного единства в Йошкар-Оле со 2 по 5 ноября, куда сходить, самая полная программа мероприятий на каждый день, концерты, выставки, конкурсы, музеи, kazan.kp.ru (3 ноябрь 2022). 25 октябрь 2024 тикшерелгән.