Матукова Мария Байрамовна
Матукова Мария Байрамовна (30 ғинуар 1945 йыл) — мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1990—2006 йылдарҙа Марий Эл Республикаһының Тимофей Евсеев исемендәге Милли музейы директоры. Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре 1995) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (2001). Марий Эл Республикаһы Мәҙәниәт, матбуғат һәм милләттәр эштәре буйынса министрлығының Республиканың 100 йыллығына арналған һәм йәмәғәт, сәйәси эшмәкәр, Мари өлкә башҡарма комитетының беренсе рәйесе И. П. Петров иҫтәлегенә арналған «Халыҡҡа хеҙмәт итеү» иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнеүсе (2019).
Биографияһы
Мария Байрамовна Матукова 1945 йылдың 30 ғинуарында Башҡорт АССР-ының[1] Яңауыл районы Рабак ауылында тыуған[2]..
Юғары белемле: 1967 йылда Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институтын тамамлаған[2].
1968 йылдан Марий АССР-ының Республика фәнни-тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире, директорҙың ғилми эштәр буйынса урынбаҫары[3].
1990—2006 йылдарҙа хәҙерге Марий Эл Республикаһының Тимофей Евсеев исемендәге Милли музейы директоры[4].
Әлеге ваҡытта Эрик Сапаев исемендәге Мари дәүләт опера һәм балет театры музейының мөдире[5].
Музейҙарҙағы эшмәкәрлеге
1978 йылда Республика фәнни-тыуған яҡты өйрәнеү музейының тарих бүлегендәге «Мари АССР-ының хәҙерге замандағы үҫеше» исемле экспозицияны тулыһынса бер үҙе әҙерләй[6].
Мария Матукова башланғысы менән Республика фәнни-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1992 йылдың 4 авгусында «Мари Эл Республикаһының Милли музейы» тип үҙгәртелә, был Рәсәй Федерацияһында ошондай юғары статус алған беренсе музей була. Музейға уны булдырыуға ҙур өлөш индергән Тимофей Евсеев исеме бирелә[4].
Марий Эл Республикаһының Тимофей Евсеев исемендәге Милли музейы директоры булып эшләгән йылдарында "Музейҙың ҡунаҡ бүлмәһе"ндә бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡ осрашыуҙар үткәрелә. Республиканың бөтә райондарында тиерлек Милли музейҙың филиалдары асыла, мәҫәлән, Н. С. Мухиндың йорт-музейы, Я. П. Майоров-Шкетандың йорт-музейы һәм башҡалар).
Мари ҡатын-ҡыҙҙарының «Саскавий» клубын ойоштороусы[6].
2001 йылда Венгрияның баш ҡалаһы Будапештағы этнография музейы территорияһында «Марий усадьбаһы» комплексын булдырғаны өсөн Марий Эл Республикаһының Дәүләт премияһына лайыҡ була[6].
Эрик Сапаев исемендәге Мари дәүләт академия опера һәм балет театрының музейы Мария Матукова башланғысы менән асыла. Материалдарҙы бөртөкләп йыйып, ул музейҙың дизайнын уйлап сығара, уны ҡыҙыҡлы йөкмәтке менән байыта. Артабан театр тарихын өйрәнеүҙе һәм әһәмиәтле мәғлүмәт йыйыуҙы дауам итә, яңы күргәҙмәләр ойоштора, театр музейы өсөн экспонаттар һәм бер үк ваҡытта республика сәнғәтенең башҡа тармаҡтары буйынса материалдар йыя. Мари мәҙәниәте һәм сәнғәте өлкәһендә китаптар сығара һәм был эшен дауам итә, милли театр тарихы өҫтөндә эшләй. Авторы Эрик Сапаев булған беренсе мари милли операһы «Акпатыр» буйынса китабын әҙерләгән[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре 1995)
• Марий Эл Республикаһының Дәүләт премияһы (2001)
• Марий Эл Республикаһы Мәҙәниәт, матбуғат һәм милләттәр эштәре буйынса министрлығының Республиканың 100 йыллығына арналған һәм йәмәғәт, сәйәси эшмәкәр, Мари өлкә башҡарма комитетының беренсе рәйесе И. П. Петров иҫтәлегенә арналған «Халыҡҡа хеҙмәт итеү» иҫтәлекле миҙалы (2019)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 МБЭ. — 2017. — С. 275. — ISBN 5-87898-357-0.
- ↑ Национальный музей им. Т. Евсеева / сост. Ан. В. Муравьёв. — Йошкар-Ола: ООО "Виста-Принт", 2011. — С. 24. — 104 с. — ISBN 978-5-904558-10-9.
- ↑ 1 2 Национальный музей РМЭ им. Евсеева. Национальный музей РМЭ им. Евсеева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2021. Архивировано 10 апрель 2021 года.
- ↑ 1 2 Марийский государственный академический театр оперы и балета им. Эрика Сапаева. operaballet.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2021. Архивировано 26 сентябрь 2020 года.
- ↑ 1 2 3 Национальный музей им. Т. Евсеева. Страницы истории. — 2011. — С. 24. — ISBN 978-5-904558-10-9.
Һылтанмалар
• Марийская биографическая энциклопедия
• Союз театральных деятелей. Марийское региональное отделение. Мария Матукова
• ГТРК «Марий Эл». В своём репертуаре — Мария Матукова