Минзәлә Ильяс пәйғәмбәр монастыры
Минзәлә Ильяс пәйғәмбәр монастыры (рус. Мензелинский Пророко-Ильинский монастырь) — Өфө епархияһының 1860—1929 йылдарҙа Өфө губернаһының Минзәлә ҡалаһында булған һәм юҡҡа сығарылған штаттан тыш ҡатын-ҡыҙҙар монастыры[1][2][3][4][5][6][7][8].
XX быуат башында Өфө епархияһында иң ҙур ҡатын-ҡыҙҙар монастырҙарының береһе була. Унда 1902 йылда епископ Антоний III бүләк иткән мөғжизәле Почаев Аллаһ Анаһы иконаһының күсермәһе һаҡлана. Монастырҙың таш ҡоймаһы XIX быуат аҙағындағы культ архитектураһы ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә[1][5][2].
Тарихы
1831 йылда мещан ҡатламынан булған Е. Ф. Собина Минзәлә ҡалаһында йорт-хөжрә һатып ала, унда үҙен монахлыҡҡа бағышларға теләгән ҡыҙҙарҙы йыя. 1830—1840 йылдарҙа Минзәлә ҡалаһында Ильяс пәйғәмбәр сиркәүе ҡарамағында ойошторолоп, 1855 йылда айырым кельяларҙа йәшәүсе үҙҙәренең тормошон дини тәғлимәткә арнарға ҡарар иткән кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар общинаһы асыла. 1860 йылда император Александр II указы буйынса община ҡаҙнанан бүленгән бер ниндәй аҡсаһыҙ, үҙ иҫәбенә генә тотолған III класлы ҡатын-ҡыҙҙар монастыры итеп үҙгәртелә[2][1][9].
1868 йылда монастырь ҡарамағында ҡыҙҙар өсөн сиркәү‑мәхәллә мәктәбе (1899 йылда ул яңы бинаға күсә), шулай уҡ бәләкәй йәштәге етемдәр һәм өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бушлай ашхана һәм ҡарттар йорто асыла.
Беренсе донъя һуғышы осоронда монастырь бинаһында лазарет һәм 16 һалдат балаһы өсөн приют эшләй. Шулай уҡ монастырь һалдаттарға эске кейем тегеү өсөн 1000 аршинлыҡ киндер туҡыма бүләк итә һәм урындағы халыҡҡа матди ярҙам күрһәтә.
1921—1929 йылдарҙа монастырь ябыла: 1928 йылдың көҙөндә монастырҙа тентеү үткәрелә һәм ҡиммәтле әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек тартып алына. 1932 йылдың йәйендә ул сиркәүҙәр менән бергә юҡ ителә[1][5][2].
Ансамбле
1799 йылда төҙөлгән Ильяс пәйғәмбәр сиркәүе монастырға ҡараған. 1865 йылда төҙөлгән һәм изгеләндерелгән Тихвин Аллаһ Анаһы иконаһының таш сиркәүе Изге Николай һәм изге Архангел Михаил хөрмәтенә изгеләндерелгән өҫтәлдәре булған өс төкәтмәгә эйә була. 1877 йылда төҙөлгән һәм 1878 йылда изгеләндерелгән Раббының Күккә ашыуы төп таш сиркәүенең төкәтмәһе «Гонаһлыларҙы ҡурсалаусы» Аллаһ Анаһы (1880 йылда изгеләндерелгән) һәм изге Серафим Саровский (1903 йылда изгеләндерелгән) иконалары хөрмәтенә төҙөлә[1][5].
1877 йылда монастырь дачаһында Раббының үҙгәреүе хөрмәтенә сиркәү төҙөлә. 1878 йылда — эклектика стилендә Троица Живоначальная сиркәүе, 1886 йылда Ҡазан Аллаһ Анаһы иконаһы сиркәүе төҙөлә[1][5].
Монастырь ансамбле таш диуар менән уратып алынған, ул әле лә һаҡланған.
Биләмәһе
1860 йылда монастырға мещандар Е. Ф. Собина һәм Д. А. Реутова, протоиерей А. Шильнов 150 дисәтинә ер бүләк итә. 1918 йылға монастырҙың 821 дисәтинә ере һәм өс дачаһы, шулай уҡ мал ихатаһы, умарталығы, емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсаһы, изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусылар өсөн ҡунаҡханаһы, иконалар төшөрөү, алтын ептәр менән сигеү, шәмдәр, ағас эше, тегенселек, аяҡ кейемдәре һәм үреү оҫтаханалары, фотооҫтаханаһы; просфора икмәге бешереү бүлмәһе, ашхана, тағы ла 20-гә яҡын торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары була[8][1][5].
Халыҡ иҫәбе
1869 йылда монастырҙа 9 монахиня һәм 41 послушница, 1917 йылда — 50 монахиня һәм 248 послушница, 1918 йылда — 64 монахиня һәм 323 послушница, 1928 йылда 28 монахиня йәшәгән[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Пророко-Ильинский монастырь. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026. Архивировано 28 сентябрь 2021 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Женский монастырь в Мензелинске. Посреди России (1 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026. Архивировано 28 сентябрь 2021 года.
- ↑ Зимина Н. П. Мензелинский во имя святого пророка Илии женский монастырь // Православная энциклопедия. Том XLIV. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2016. — С. 684—688. — 752 с. — экз. — ISBN 978-5-89572-051-6
- ↑ 1 2 Мензелинский Пророко-Ильинский женский монастырь и его настоятельница игуменья Маргарита. Православие в Татарстане. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026. Архивировано 28 сентябрь 2021 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Мензелинск. tatarica.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026. Архивировано 4 август 2021 года.
- ↑ 1 2 Преподобномученица Маргарита, игуменья Мензелинская. web.archive.org. Храм сошествия Святого Духа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
- ↑ Мензелинский Пророко-Ильинский женский монастырь. Православие в Татарстане. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026. Архивировано 28 сентябрь 2021 года.
- ↑ 1 2 Мензелинский Пророко-Ильинский женский монастырь. web.archive.org. Православное Закамье. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
- ↑ Первоначальницы Мензелинского Пророко-Ильинского женского монастыря игуменьи Евгения и Филарета, Жизнеописания Отечественных подвижников благочестия XVIII и XIX веков. Сентябрь. azbyka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026. Архивировано 28 сентябрь 2021 года.
Әҙәбиәт
- Зырянов П. Н. Русские монастыри и монашество в XIX и начале XX века. — М.: Вербум-М, 2002. — 319 с.
- Егоров П. Мензелинский Пророко-Ильинский монастырь и его игуменья преподобномученица Маргарита // Монастыри России. — М., 2007.
- Елдашев А. М. Мензелинский Пророко-Ильинский женский монастырь и его настоятельница игуменья Маргарита. — Свияжск: Издательский отдел Раифского Богородицкого монастыря, 2010. — С. 73-83.
- Зимина Н. П. Мензелинский во имя святого пророка Илии женский монастырь // Православная энциклопедия. Том XLIV. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2016. — С. 684-688. — 752 с. — экз. — ISBN 978-5-89572-051-6
- Елдашев Анатолий Михайлович. Мензелинский Пророко-Ильинский женский монастырь // Гасырлар авазы - Эхо веков. — 2011. — № 1—2.