Мурсиев Заһит Мирхәйҙәр улы

Мурсиев Заһит Мирхәйҙәр улы, Заһит Мурсиев (рус. Мурсие, Загит Мирхайдарович1950 йылдың 21 ноябре, Әбүталип, Башҡорт АССР-ы) — журналист, публицист, яҙыусы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997), хеҙмәт ветераны.

Биографияһы

1950 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Ҡариҙел районы Әбүталип ауылында колхозсылар ғаиләһендә етенсе бала булып тыуған. Атаһы — Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды була. Мирхәйҙәр балаларына әкиәттәр һөйләй, уларҙы йыш ҡына үҙе ижад иткән. Әсәһе түбән тембрлы тауышы менән оҙон көйҙәр көйләргә ярата, күп йырҙа белә. Заһит уҡырға иртә өйрәнә, башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә китаптар уҡый[1].

Мәктәптә уҡығанда 4-се кластан шиғырҙар яҙа башлай. 8-се класты тамамлағас, ете йыл колхозда эшләй.

Ишембай һөнәрселек училищеһын бөткәс, ун йыл төҙөлөш тармағында ташсы булып эшләй. Ситтән тороп Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, оҙаҡ йылдар «Караидель» район гәзитендә эшләй. Район һәм республика баҫмаларында хикәйәләре һәм шиғырҙары баҫылып сыға[2].

Китаптары

Иҫкәрмәләр

  1. Мурсиев Загит Мирхайдарович (1950-н.в.). Муниципальное автономное учреждение Централизованная библиотечная система муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
  2. Загит Мирхайдарович Мурсиев. Юношеская модельная библиотека МАУ ЦБ Муниципального района Караидельский район РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.