Мусина Рәсимә Әҙһәр ҡыҙы

Рәсимә Әҙһәр ҡыҙы Мусина (рус. Расима Азгаровна Мусина; 1949 йылдың 3 авгусы, Исмаил (Дүртөйлө районы), Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй эшҡыуары, милли аш-һыуҙы популярлаштырыусы.

Биографияһы

Рәсимә Әҙһәр ҡыҙы Мусина 1949 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Исмаил ауылында тыуған.

1965 йылда Мәскәү совет сауҙаһы техникумының Өфө филиалын, 1982 йылда ситтән тороп Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институтын (рус.)баш., һуңынан Германия идара итеү академияһын тамамлай. Ашнаҡсы булып эшләй башлай, артабан команда етәксеһе, производство мөдире, ашхана мөдире, Өфө «Мир» тегеү производство берекмәһенең аҙыҡ-түлек хеҙмәтләндереү комбинаты директоры була.

1984 йылдан 1990 йылдар башына тиклем Өфө «Гидравлика» агрегаттары ассоциацияһының аҙыҡ-түлек хеҙмәтләндереүҙең заводында эшләй[1], бер аҙ ваҡыт Мәскәүҙә күмәртәләп сауҙа итә, бер йыл Кот-д'Ивуарҙа алмаздар сығара һәм әсәһе сирләгәс Өфөгә ҡайта[2].

1999 йылда «Пышка» компаниялар төркөмөнә нигеҙ һала һәм уның генераль директоры була[1]. «Пышка» тәү сиратта башҡорт милли аш-һыуына махсуслаша[3]. Тәүҙә бизнес «Үҙәк баҙар» янында була, артабан «Пышка-кулинармаркет» магазины асыла. Һуңыраҡ «Пышка-Док» селтәре үҫешә. 2009 йылдан һуң сауҙа селтәре Өфөнән Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Төмән, Түбәнге Новгород һәм Мәскәү ҡалаларына тиклем киңәйә[4]. Сауҙа селтәренең 90 нөктәһе була[5]. Берлинда башҡорт аш-һыуы һатыу нөктәһе асыу уңышһыҙ була; уның урынына әсәле-ҡыҙлы Мусиндар корея аш-һыуы сауҙа нөктәһен аса[3].

Рәсимә Әҙһәр ҡыҙы «Пышка»нан 2021 йылда китә[4]. Был ваҡытта селтәрҙең Өфөлә ике, Мәскәүҙә ике гастроном һәм магазины[6], 45 хеҙмәткәргә иҫәпләнгән ятаҡ, кулинария колледжында урыны була[7].

undefined

Үҙ һөйләүе буйынса, Рәсимә Әҙгәр ҡыҙы — ярым татар, ярым башҡорт, атаһы яғынан Нуғайбәковтар нәҫеленән Ҡазан сауҙагәренең ейәнсәре; икенсе олатаһы мулла[8] (имам-хатип) булған. 2022 йылда Рәсимә Әҙһәр ҡыҙы Татарстандың Аҙнаҡай районында олатаһының Урсай ауылында Мөхәмәҙәкир мәсетен төҙөй һәм аса[9].

Ғаиләһе

Рәсимә Әҙһәр ҡыҙының ҡыҙы һәм ике ейәне бар[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Совет сауҙаһы отличнигы (1984)[10];
  • Хеҙмәт ветераны (1989)[10];
  • «Рәсәйҙә йыл директоры» (2004)[10];
  • Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү секторының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005)[10];
  • Мариинский исемендәге 2-се класлы отличие билдәһе (2006)[10];
  • Салауат Юлаев ордены (2007)[10];
  • Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены (2011)[10];
  • Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн отличие билдәһе (2011)[10];
  • 2013 йылдың «Йыл менеджеры» бизнесҡа инновацион ҡараш өсөн «РБ» гәзите хәбәр итеүенсә[11];
  • Эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү фондының почетлы билдәһе (2016)[10];
  • Юғары сифатлы милли аш-һыуҙы пропагандалау өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019)[12].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Мусина Расима Азгаровна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2026-06-324.
  2. Расима Мусина: «Я за демократию, мне можно сказать: "Расима, ты дура". Если докажешь, что прав». Собака.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2025.
  3. 1 2 Расима Мусина: Башкирская кухня - такая простая и одновременно сложная (30 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2025.
  4. 1 2 «Я оставляю самое ценное»: владелица «Пышки» легендарная Расима Мусина завила об уходе из бизнеса (3 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2026-06-324.
  5. «Пышка» вложит ₽700 млн в создание фабрики-кухни в Уфе (24 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2026-06-324.
  6. Основатель сети «Пышка» в Башкирии сообщила о решении оставить бизнес (5 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2026-06-324.
  7. «Не буду продавать то, чем не могу накормить своего внука». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2026-06-324.
  8. 1 2 Расима Мусина, «Пышка»: «В Берлине немцы стояли в очереди за нашей губадией» Источник : https://realnoevremya.ru/articles/58505-kak-bashkirka-musina-otlichaet-tatarskie-i-bashkirskie-blyuda (9 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2026-06-324.
  9. Стремитесь опередить друг друга в добрых делах: Расима Мусина построила мечеть на родине своих предков (29 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2026-06-324.
  10. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Мусина, Расима Азгаровна. Финансовый университет: годы и люди. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026.
  11. Сеть предприятий «Пышка» признана инновационной. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2026-06-324.
  12. «Наша кухня – простая и понятная». Основатель «Пышки» о национальных блюдах. Еженедельник «Аргументы и Факты» № 41. АиФ-Башкортостан № 41 08/10/2019. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2026-06-324.