Мусин Булат Мирзалиф улы

Булат Мирзалиф улы Мусин (рус. Мусин Булат Мирзалифович1982 йылдың 11 ноябре, Үрге Йәркәй, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, мәғариф өлкәһендәге етәксе. 2024 йылдан Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы хакимиәте башлығы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2009). 2022–2024 йылдарҙа — Өфө машина төҙөү колледжы директоры.

Биографияһы

Булат Мусин 1982 йылдың 11 ноябрендә Башҡортостандың Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында тыуған.

2004 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын «икътисадсы-менеджер» һөнәре буйынса тамамлай. 2009 йылда Һамар дәүләт иҡтисад университетында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2002 йылда — Рәсәй инженер менеджмент һәм агробизнес академияһында (Бавария, Германия) стажировка үтә; 2022 йылда — Башҡортостан Республикаһының Тиҙләтелгән һөнәри белем биреү әҙерлек үҙәгендә «Профессиональ белем биреү ойошмаһында менеджмент» программаһы буйынса уҡый.

Өҫтәмә квалификацияны Мәскәүҙәге «Сколково» идара итеү мәктәбе (2017), Петербург дәүләт транспорт университеты (2015), Халыҡ-ара балалар үҙәге «Артек» (2022) һәм башҡа учреждениеларҙа ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылдың сентябрендә Өфө ҡалаһының Ер ресурстары һәм ер төҙөкләндереү комитетында дәүләт инспекторы булып башлай. 2005–2009 йылдарҙа — Роснедвижимостьтың Башҡортостандағы идаралығында һәм Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында эшләне.

2009 йылдан — «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» компанияһында капиталь төҙөлөш бүлегенең әйҙәүсе инженеры, аҙаҡ инвестициялар һәм мөлкәт менән идара итеү бүлегендә әйҙәүсе белгес.

2021–2022 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында йомғаҡлау-аналитик эш бүлеге етәксеһе. II класлы дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте советнигы дәрәжәһе бирелгән.

2022 йылдың апрелендә Өфө машина төҙөү колледжы директоры итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә колледж Рәсәй Федерацияһының «Профессионалитет» федераль проекты грантын яулай һәм матди-техник база өсөн 244,5 млн һумдан ашыу аҡса йәлеп ителә. Машина эшкәртеү сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге булдырыла. Максатлы уҡыу киң үҫешә, студенттар 100% түләүле практика үтә һәм эшкә урынлаша.[1]

2024 йылдың 2 ноябрендә Туймазы районы хакимиәте башлығы итеп һайлана.[2][3]

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

Шәхси тормошо

Өйләнгән, дүрт бала үҫтерә.[1]

Һылтанмалар