Мәһәҙиев Риза Рафаил улы

Мәһәҙиев Риза Рафаил улы (рус. Магадеев Риза Рафаилович; 1972 йылдың 13 марты, Ибрай ауылы, Башҡорт АССР-ы2021 йылдың 12 ғинуары, Салауат, Башҡортостан Республикаhы[2]) — театр актёры, эстрада йырсыһы. 1993—2020 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).

Биографияһы

Р. Р. Мәһәҙиев 1972 йылдың 13 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ибрай ауылында тыуған[3].

1993 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм шул ваҡыттан алып Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй[3].

Р. Р. Мәһәҙиев — төрлө жанрҙарҙа ла берҙәй уңышлы ижад итеүсе сәхнә оҫтаһы. Ул — башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусы. «Актёр йыры — 1994» конкурсы дипломанты. «Дуҫлыҡ моңо — 2002» бәйгеһе лауреаты[3].

2000 йылдан башлап театрҙың профсоюз комитетын етәкләй. Ҡала һәм республиканың барлыҡ ижтимағи, мәҙәни сараларында ҡатнаша[2].

2014 йылда Г. Шәрипова менән «Ғәлиәбаныу. Мөхәббәт тураһында легенда» милли кинофильмында башҡорт һәм татар халҡының мөхәббәт гимны булған төп йырҙы башҡара[4].

Р. Р. Мәһәҙиев 2021 йылдың 12 ғинуарында Салауат ҡалаһында ауырыуҙан вафат булған[2].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

  • Йомабай — «Һарысәс» (Р. Ҡол-Дәүләт).
  • Ғәлимйән — «Башмағым» (Х. Ибраһимов).
  • Хәлил — «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи).
  • Байымбәт — «Нәркәс» (И. Йомағолов).
  • Петр — «Фатиха» (М. Кәрим).
  • Коппер — «Алға — тынлыҡ» (В. Дельмар).
  • Шәрифйән — «Аҡҡошом минең» (А. Яхин).
  • Пустырник — «Ҡалаһы булмаһа, мөхәббәт» (Л. Устинов).
  • Ринат — «Мөхәббәт хаҡына» (Р. Байбулатов).
  • Конвоир — «Ваҡыт минең аҡ йәй» (Л. Станкова).
  • Алмаз — «Йылан ҡабығы» (А. Дильмухаметова).
  • Ғәйфулла — «Көнләш Америка» (С. Латыпов).
  • Йәғәфәров — «Көҙән башҡорто» (Н. Асанбаев).
  • Зәки — «Яран хушлашыу сәскәһе» (Ф. Бүләков).
  • Алькальд — «Чудесная башмачница» (Ф. Г. Лорка).
  • Карам — «Чио-Чио-Сан» (Г. Башкуев).
  • Ғәйсәр — «Ҡыҙҙар ниңә илай?» (Ф. Бүләков).
  • Хәлит — «Үҙ ҡатыныма өйләнәм» (Н. Ғәйетбаев).
  • Йомабай — «Ҡатындар болаһы» (М. Бағаев, 2004).
  • Рысҡол бей — «Ай тотолған төндә» (М. Кәрим, 2006).
  • Аүхәт — «Шулай булды шул» (Т. Миңнуллин, 2006).
  • Рәшит — «Ул, Ул — Мин» (З. Хәким, 2007).
  • Ҡыш Бабай — «Борғосло уйынсыҡтар» (А. Шабаев, 2008).
  • Сәмиғулла — «Мамуля» (С. Белов, 2009).
  • Байрас — «Риүәйәт» (Т. Миңнуллин, 2010).
  • Хан — «Борон-борон заманда» (М. Бағаев, 2011).
  • Әҙип хан — «Әҙип хан» (А. Хөсәйенов, 2012).
  • Хәким — «Мөхәббәт күле» (М. Бағаев, 2012).
  • Мастер-Фломастер — «Дәфтәр илендә» (А. Шабаев, 2013).
  • Евстигней — «Әлдермештән Әлмәндәр» (Т. Миңнуллин, 2014).
  • Сафар — «Ҡыҙын алдым ҡосаҡҡа» (Б. Аппаев, 2014).
  • Ҡорҡот ата — «Ҡорҡот атаның һуңғы йыры» (З. Буракаева, 2015).
undefined

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010)[2].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003)[2].
  • «Актёр йыры — 1994» конкурсы дипломанты[3].
  • Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың Фәриҙә Ҡудашева исемендәге «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Нефтекама, 2002)[3].
  • Йылдың иң яҡшы актёры (2003)[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
  2. 1 2 3 4 5 Умер актёр Салаватского башкирского театра, народный артист Башкортостана Риза Магадеев. ИА «Башинформ» (12 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026. Архивировано 13 ғинуар 2021 года.
  3. 1 2 3 4 5 6 Риза Магадеев. Сайт Салаватского башкирского драматического театра. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
  4. На Башкирском спутниковом телевидении представят экранизацию легендарной пьесы «Галиябану». ИА «Башинформ» (26 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026. Архивировано 1 июль 2015 года.

Әҙәбиәт