Мөхәмәтгәрәев Венер Мансур улы
Мөхәмәтгәрәев Венер Мансур улы (рус. Венер Мансурович Мухаметгареев; 1961 йылдың 22 декабре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — «М. М. Громов исемендәге осоу-тикшеренеү институты» федераль дәүләт унитар предприятиеһы осоу-һынау үҙәгенең осоусы-һынаусыһы (2021 йылға), запастағы майор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы (2015)[1].
Биографияһы
1961 йылдың 22 декабрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә эшсе ғаиләһендә тыуған. 1979 йылда Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының 109-сы урта мәктәбен тамамлаған.
1979 йылдан Совет Армияһы сафында. 1983 йылда Сызрань юғары хәрби авиация осоусылар училищеһын тамамлаған, СССР Хәрби-Һауа Көстәренең хәрби частарында, шул иҫәптән 1986 йылға тиклем Германиялағы Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә хеҙмәт иткән. 1986–1987 йылдарҙа — Афғанстан Демократик Республикаһында совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Ми-24 вертолёты командиры булған, экипаж менән 143 хәрби осош яһаған, бының өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.
1988 йылдан капитан Мөхәмәтгәрәев В. М. — запаста. 1989 йылда СССР авиация сәнәғәте министрлығының Осоусы-һынаусылар мәктәбен тамамлаған. 1989 йылдың октябренән — М. М. Громов исемендәге осоу-тикшеренеү институтында осоу-һынау эшендә.
Осоусы-һынаусы Венер Мөхәмәтгәрәев юғары профессиональ кимәлдә Z-11 вертолётын сертификациялау һынауҙарын; Ка-50 вертолётының көс ҡоролмаһын һынауҙарҙы; Ми-34 һәм Ка-32 вертолёттарында ЛИИ тематикаһы буйынса һынау эштәренең мөһим күләмен үткәргән. 1997 йылда В. М. Мөхәмәтгәрәевҡа «1-се класс осоусы-һынаусы» квалификацияһы бирелгән.
Осоу-һынау эше йылдарында гражданлыҡ һәм хәрби тәғәйенләнештәге вертолёттарҙы, шул иҫәптән Ми-8МТВ, Ми-19, Ми-24, Ми-28Н «Төнгө һунарсы», Ми-34, Ми-171, Ка-27, Ка-29, Ка-31, Ка-32, Ка-50 «Ҡара акула», Ка-126, Ка-226, Ансат, Z-11 һынауҙарында ҡатнашҡан.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2005 йылдың 20 июлендәге 851-се Указы менән «осоу-һынау техникаһын ғүмер өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа һынау барышында күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге өсөн» М. М. Громов исемендәге ЛИИ осоу-һынау үҙәгенең осоусы-һынаусыһы Мөхәмәтгәрәев В. М. Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2008 йылдың 4 июнендәге Указы менән осоу-һынауҙарҙа күрһәткән ҡыйыулығы, фиҙакәрлеге, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн М. М. Громов исемендәге ЛИИ осоу-һынау үҙәгенең осоусы-һынаусыһы Мөхәмәтгәрәев Венер Мансур улына Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелгән һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылған[2].
Награда Геройға 2008 йылдың 15 октябрендә Мәскәү Кремлендә тантаналы шарттарҙа тапшырылған[2].
Запастағы майор Венер Мөхәмәтгәрәев Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008)
- Батырлыҡ ордены (2005)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (Афғанстан өсөн)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы (2015)
- Миҙалдар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мухаметгареев Венер Мансурович – Награды России, 2015-11-03. ru-nagrady-by.web.app. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ 1 2 Мухаметгареев Венер Мансурович. warheroes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026. Архивировано 26 февраль 2021 года.
Һылтанмалар
- Венер Мансурович Мухаметгареев. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2014.
- «Испытатели» сайтындағы бит
Әҙәбиәт
- Васин В. П., Симонов А. А. Испытатели ЛИИ. Жуковский, 2001.
- Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Өфө : Китап, 2016. — 327 б. : рәс. ISBN 978-5-295-06554-5.