Мөхәмәҙиев Венер Сәйфулла улы

Мөхәмәҙиев Венер Сәйфулла улы (16 апрель 1954 йыл) — музыкант, үҙешмәкәр композитор. 1983—2017 йылдарҙа Төмән өлкәһе Нефтеюганск ҡалаһының «Строитель» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре. Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән бүләкләнеүсе (2002).

Биографияһы

Венер Сәйфулла улы Мөхәмәҙиев 1954 йылдың 16 апрелендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Иҫке Сүлле ауылында тыуған.

1969 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм Өфөләге 2-се музыка-педагогия училищеһының музыка бүлегенә уҡырға инә. 1973 йылда «баян» һөнәре буйынса урта махсус белем алып сыға һәм йүнәлтмә менән хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында аккомпаниатор булып эш башлай[1].

1974—1976 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғол ауылындағы балалар музыка мәктәбендә[2] уҡытыусы, 1977 йылдан — директор була[1].

1983 йылда ғаиләһе менән Төмән өлкәһенең Ханты-Манси автономиялы округында урынлашҡан Нефтеюганск ҡалаһына күсенә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002)
  • Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (2002).

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 70 лет Мухамадееву Венеру Сайфуловичу. Государственная библиотека Югры. Официальный сайт
  2. ↑ 1999 йылдан Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе.

Әҙәбиәт