Мөхәмәҙиев Хәмзә Мөсәлим улы

Мөхәмәҙиев Хәмзә Мөсәлим (Нурсәлим, Мөрсәлим) улы (20 декабрь 1906 йыл (2 ғинуар 1907 йыл) — 8 сентябрь 1997 йыл) — Гвардия старшинаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943). 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Мухамадиев х.могила.jpg

Биографияһы

Мөхәмәтйәев Хәмзә Мөсәлим улы 1906 йылдың 20 декабрендә (1907 йылдың 2 ғинуарында) Ҡаҙаҡ ССР-ының Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе Улан районы Тарғын ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлаған. Хеҙмәт юлын Кемерово өлкәһендә башлай.

1928-1929 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хәрби хеҙмәтен үтәй. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. 1943 йылдың майынан ғәмәлдәге армияла.

205-се гвардия уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, ВКП(б) ағзалығына кандидат, гвардия өлкән сержанты Хәмзә Мөхәмәҙиев 1943 йылдың июль айында Курск алышында батырлыҡ күрһәтә. Ул һәләк булған взвод командирын алмаштыра, Самодуровка ауылы янындағы алышта 1943 йылдың 6 июленән 15 июленә шәхсән үҙе дошмандың һигеҙ танкын яндыра[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 27 авгусындағы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы Һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Мөхәмәҙиев Хәмзә Мөсәлим улына[1] Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[2].

1945 йылда хәрби хеҙмәттән старшина дәрәжәһендә демобилизациялана. Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһында шахтала эшләй. Һуңынан Новосибирск ҡалаһында йәшәй.

1997 йылдың 8 сентябрендә Новосибирск ҡалаһында вафат була. Заельцов зыяратының 72-се кварталында ерләнгән.

Хәтер

  • Новосибирск ҡалаһының Вокзал магистралендәге 5-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Был йортта 1968 йылдан 1990 йылға тиклем Хәмзә Мөхәмәҙиев йәшәгән[5][6].

Иҫкәрмәләр

  1. Наградные документы оформлены на Мухамадеева Хамзу Мурсалимовича.
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 40/32, л. 14/512, 513).
  3. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  4. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2164, л. 3).
  5. Мухамадиев Хамза Мурсалиевич. Мемориальные доски Новосибирска. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2018. Архивировано из оригинала 27 апрель 2018 года.
  6. О согласовании размещения мемориальной доски, посвященной памяти Мухамадиева Х. Н. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2018. Архивировано 27 апрель 2018 года.

Сығанаҡтар

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Бесстрашные. — Алма-Ата, 1964.
  • Звёзды доблести ратной: О Героях Советского Союза — новосибирцах / сост. Е.Д. Головин, Л.М. Живоглядова. — 2. — Новосибирск: Новосибирское книжное издательство, 1986. — 432 с.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 3. — Уфа, 1968.

Һылтанмалар