Нестеров Дмитрий Леонтьевич

Дмитрий Леонтьевич Нестеров (рус. Нестеров Дмитрий Леонтьевич; 1899 йылдың 5 ноябре, Большая Раковка[d], Һамар өлкәһе, Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы — 1986 йылдың, Һамар, Һамар өлкәһе, РСФСР, СССР) — совет агрономы, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1935—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Дәүләкән машина-трактор станцияһының (МТС) өлкән агрономы. СССР Юғары Советының 4-се саҡырылыш депутаты (1954—1958). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Биографияһы

Дмитрий Леонтьевич Нестеров 1899 йылдың 5 ноябрендә һамар губернаһының[1] Оло Раковка ауылында тыуған[2].

Юғары белемле, 1932 йылда Краснодар ҡалаһында Кубань ауыл хужалығы институтын тамамлаған[2].

1919 йылда Һамар өйәҙе идаралығында агроном булып хеҙмәт юлын башлай. 1925—1927 йылдарҙа Волга буйы хәрби округының «Грань» совхозында техник етәксе, 1927—1930 йылдарҙа — Ҡаҙаҡ ССР-ы Урал өлкәһе хеҙмәтсәндәр депутаттарының Троицк һәм Чудин район советы башҡарма комитеттарының ауыл хужалығы идаралыҡтары агрономы, 1932—1933 йылдарҙа — Һамар өлкәһе Денискин МТС-ында өлкән агроном булып эшләй[3].

1934 йылдан — Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Имәнлекүл МТС-ында, 1935 йылдан — Дәүләкән МТС-ында өлкән агроном[2].

Дәүләкән районының артта ҡалған хужалыҡтарының береһе һаналған «Тау хеҙмәте» ауыл хужалығы артелендә 1947 йылда 150 га майҙандың һәр га-ынан 14 ц арыш алына һәм һуңғы йылдар өсөн бойҙайҙы тулайым йыйыу буйынса иң ҙур уңышҡа өлгәшелә. Өлкән агроном булып Д. Л. Нестеров эшләгән МТС 154 мең һум — һөрөнтө ерҙең һәр га-ына 2 һум 48 тин аҡса һаҡлап ҡала. Әйберләтә түләүгә күсереп иҫәпләгәндә, бер тракторға уртаса 5000 бот игенлек хеҙмәт хаҡы тура килә. Трактор бригадалары 1000 килограмм яғыулыҡ экономиялай.

МТС хеҙмәтләндергән колхоздар буйынса 1947 йылда 610 га майҙандың һәр га-ынан 21,53 ц арыш алына. Ауыл хужалығы өлкәһендәге ошо юғары ҡаҙаныш өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 2 апрелендәге Указы менән Д. Л. Нестеровҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[3][2].

1959 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Дәүләкән МТС-ында өлкән агроном булып эшләй[2]. Артабан йәшәргә Куйбышев[4] ҡалаһына күсә.

1986 йылдың 24 ғинуарында Куйбышевта вафат була[3][2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

СССР Юғары Советының 4-се саҡырылыш депутаты(1954—1958)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Хәҙер Рәсәйҙең Һамар өлкәһе
  2. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Нестеров Дмитрий Леонтьевич. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026.
  3. ↑ 1 2 3 Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Нестеров Дмитрий Леонтьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2024)
  4. ↑ Хәҙер Һамар ҡалаһы.

Әҙәбиәт

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6. (рус.)
  • Калякин Г. Давлекановский костровик //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970. (рус.)