Новый Белокатай (гәзит)

«Новый Белокатай» — «Яңы Балаҡатай» — Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, райондың «Новая жизнь» — «Яңы тормош» гәзите редакцияһы коллективы[1].

Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында рус телендә «Новый Белокатай» һәм башҡорт телендә «Яңы Балаҡатай» исемдәре менән сыға[2]. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән (1981)[3].

undefined

Тарихы

Район гәзитенең беренсе һаны «Знамя колхозника» исеме менән рус телендә 1931 йылдың 1 сентябрендә 100 дана тираж менән баҫыла[2]. Ул ВКП (б)-ның Балаҡатай район комитеты, район советы башҡарма комитеты, район колхоздары союзы һәм райондың профсоюздар советы органы була[3].

Тәүге осорҙа гәзит биш көнгә бер тапҡыр сыға. Уның материалдары башта ҡулдан яҙыла, артабан машинкала баҫыла һәм стеклографта тиражлана[3].

1932 йылдың ноябренән гәзит Ҡыйғы һәм Дыуан райондары, «Алағуз» совхозының сәйәси бүлеге типографияларында, 1935 йылдан — Балаҡатай типорафияһында баҫыла[3].

1932 йылда тиражы 1300 дана, 1935 йылда —1100, 1937 йылда —3000, 1939 йылда — 3100, 1941 йылда — 3200 дана була[3].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм унан һуңғы осорҙа гәзит өҙөклөктәр менән баҫыла. 1952 йылдан ғына аҙнаһына ике тапҡыр — кесаҙна һәм йәкшәмбе көндәрендә сыға башлай, уның тиражы арта бара, 1961 йылда 2500 дана тәшкил итә[3].

undefined

1961 йылдан — «Заря коммунизма», 1963 йылдан башлап «Коммунист» исеме менән рус һәм башҡорт телдәрендә нәшер ителә, 1965 йылдан — «Новая жизнь» һәм «Яңы тормош», 2006 йылдан хәҙерге исемдәрен ала[2].

Һылтанмалар