Ноғоманов Ирек Шамил улы
Ирек Шамил улы Ноғоманов, Ирек Ноғоманов (рус. Нугуманов Ирек Шамильевич; 1973 йылдың 3 ғинуары, Миндәк (Учалы районы), Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй йырсыһы, композитор, аранжировщик, продюсер; Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. «Моң» студияһының генераль продюсеры, башҡорт һәм татар эстрадаһында билдәле ижадсы.
Биографияһы
Ирек Шамил улы Ноғоманов 1973 йылдың 3 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Миндәк ауылында тыуа. Әсәһе — Тәслимә Алтынбай ҡыҙы — математика уҡытыусыһы, атаһы Шамил Мәғәсүм улы — Миндәк руднигының һаҡ бүлеге начальнигы булып эшләй. Музыкаға ҡыҙыҡһыныуы бәләкәй сағынан башлана. Әсәһе мандолинала, атаһы скрипкала уйнай, ғаиләлә йыр-моңға һөйөү тәрбиәләнә. 3-сө класта уҡығанда үҙ аллы баянда уйнарға өйрәнә.[1]
Хеҙмәт юлы
1990—1991 йылдарҙа Учалы һөнәрселек училищеһын тамамлай. 1991—1993 йылдарҙа Белоруссияла һәм Архангельск өлкәһендәге Плесецк космодромында хәрби хеҙмәт үтә. Армиянан һуң ижади эшмәкәрлеген Томск ҡалаһындағы «Башҡорттар үҙәге»ндә ансамбль етәксеһе булараҡ башлай. Артабан Ҡазанға күсеп, продюсерҙар Ринат Ғиниәтов һәм Оскар Усманов менән хеҙмәттәшлек итә. Беренсе йырҙары һәм аудиояҙмалары ошо осорҙа барлыҡҡа килә.[1][2]
Ижады
Ноғоманов башҡарыуындағы йырҙар йөкмәткеле, йөрәккә үтеп инерлек, башҡорт һәм татар телдәрендә яңғырай. Репертуарында: «Ғүмерҙәр үтә икән ул», «Йондоҙҙар күп, бик күп һанаһаң», «Ҡайындар араһында», «Зәңгәр томандар артында», «Һыуҙар аға», «Үҙ яғыма ҡайтһам» һәм башҡа йырҙар.
Гөлназ Биктимерова, Гөлшат Арыҫланова кеүек йырсылар менән дуэттар башҡара.[1]
Продюсерлыҡ эшмәкәрлеге
2003 йылда Өфөгә «БТВ-Медиа» компанияһының генераль продюсеры итеп эшкә саҡырыла. «МОҢ» студияһында продюсер, 2007 йылдан генераль продюсер булып булып эшләй. Яңы таланттарҙы асыуға һәм үҫтереүгә күп көс һала. «Моң» студияһы нигеҙендә «Моңдаръя», «Башҡорт йыры» кеүек фестивалдәр ойошторола.
Иң уңышлы проекттарының береһе — Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey). Уның башҡорт йыр сәнғәтендә танылыу яулауында мөһим роль уйнай.[1]
Маҡтаулы исемдәре
- 2024 йылда Юлдаш радиоһы үткәргән «ЮлдашХит» фестивалендә "Юлдаш"тың халыҡ артисы" номинацияһында еңеүсе.[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Был хыянат буламы. Шоңҡар журналы (3 ғинуар 2024).
- ↑ Ирек Шамил улы Ноғоманов, популяр йырсы. "Дембель альбомынан". Яйыҡ гәзите (23 февраль 2021).
- ↑ Ирек Ноғоманов – халыҡ артисы. Башҡортостан гәзите (30 ноябрь 2024).