Нуриман (исем)

Викидата элементы тултырылмаған

Нуриман башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарында ҡушылған ир-ат исеме.

Этимология

Нуриман исеме башҡорт теленә ғәрәп һәм фарсы телдәреннә ингән. Ғәрәпсә — иман нуры; фарсы телендә — ғәйрәтле тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

Аслаев Нуриман Сәйетгәрәй улы (13 апрель 1939 йыл) — нефтсе. 1970—2002 йылдарҙа Өфө быраулау эштәре идаралығының быраулау мастеры һәм комплектлаусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994), СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1986) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), 2‑се (1985) һәм 3‑сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры.

Фамилияла

Район, ауылдар

Нуриман районы (рус. Нуримановский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Ҡариҙел йылғаһының һул яры буйлап түбәнге ағымында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылдың авгусында Иҫке Күл районы итеп ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Ҡыҙылъяр ауылы, Өфөнән — 100 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Иглиндән 40 км алыҫлыҡта ята.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Категориялар